М.Әбсәләмов исемендәге Юлдыбай урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Йәүһәр Ҡасим ҡыҙы Әбүбәкирова, Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Марина Алексеевна Кондратьева һәм Йылайыр ауылы "Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе" директоры Владимир Владимирович Скопинов "Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы" тигән юғары наградаға эйә булдылар.
Шулай уҡ, М.Әбсәләмов исемендәге Юлдыбай урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы Фәрит Фәйез улы Фазылов "Хеҙмәт батырлығы өсөн" миҙалы менән бүләкләнде.
Ә Н.Ириков исемендәге Йылайыр урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Анна Владимировна Буркова йәш уҡытыусыларға гранттар буйынса үткәрелгән конкурс еңеүселәре араһында булыуы ҡыуандыра.
Уҡытыусыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ, эштәрендә уңыштар һәм яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!