Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Новости
8 Октябрь 2024, 09:17

Сөгөлдөрҙө тубыҡ быуындары артрозы булғанда нисек ҡулланырға?

Тик дөрөҫ ҡулланырға ғына кәрәк...

Сөгөлдөрҙө тубыҡ быуындары артрозы булғанда нисек ҡулланырға?Сөгөлдөрҙө тубыҡ быуындары артрозы булғанда нисек ҡулланырға?
Сөгөлдөрҙө тубыҡ быуындары артрозы булғанда нисек ҡулланырға?

– Стандарт ысулдар менән дауаланып, мәҫәлән, препараттар ҡулланып, еңеллек килмәһә;

– Быуындар шешенеп торғанда;

– Тубыҡ быуындары артритының йыш ҡабатланыуында;

– Быуыҡ тирәһендә ҡан әйләнешен яҡшыртыу кәрәк булғанда. Дауаны ҡулланыу алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ. Сөгөлдөр менән дауаны һут итеп, төнәтмә һәм компресс итеп тә ҡулланырға була. 


- Яңы ғына һығылған сөгөлдөр һутын көнөнә ике тапҡыр ашар алдынан 100-150 грамм эсергә. Дауалау курсы 2-3 аҙна.

- Сөгөлдөр төнәтмәһен әҙерләү өсөн уны ваҡ терканан үткәрергә һәм өҫтөнә 1:10 пропорцияһында ҡайнаған һыу ҡойорға. 3-4 сәғәт ултырғас, һөҙөргә һәм ашағанға тиклем 20-30 минут алдан көнөнә өс тапҡыр стакандың дүрттән бер өлөшөн эсергә.

- Компресс өсөн һут. Сөгөлдөрҙөң һутын бал менән 1:1 итеп бутарға. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы сепрәккә һеңдереп, ауыртҡан быуынға көнөнә 1-2 тапҡыр 20-30 минутҡа һалырға.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас