+24 °С
Ямғыр
Форумда донъяның 100 иленән 5 мең делегаттың ҡатнашыуы көтөлә. Өс көн дауамында баш ҡаланың 8 майҙансығында 40-тан ашыу сара ойошторола. Улар араһында – спорт ярыштары, мәҙәни программа, эшлекле сессиялар, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса совет ултырышы.