Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Новости
18 Октябрь 2024, 11:27

Һыу үткәргес селтәрҙәрен төҙөкләндереү буйынса ремонт эштәре башланды

Үрге Ғәле ауылы биләмәһенә ҡараған Байғужа ауылында был эштәргә старт бирелде.

Һыу үткәргес селтәрҙәрен төҙөкләндереү буйынса ремонт эштәре башландыҺыу үткәргес селтәрҙәрен төҙөкләндереү буйынса ремонт эштәре башланды
Һыу үткәргес селтәрҙәрен төҙөкләндереү буйынса ремонт эштәре башланды

Ауылда һыу үткәргес селтәрҙәрен яңыртыу, уларға ныҡлы итеп тотоноу буйынса пландар бик күптән ҡаралған ине. Шулай ҙа ҡайһы бер ҡаршылыҡтар менән был эштәр һуңға ҡалып килгән. 

Ә Республикабыҙҙа күптән уңышлы эшләп килгән "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау" программаһы ярҙамында ошондай мәсьәләләрҙең бик тиҙ һәм кәрәкле ваҡытта хәл ителеүенә ыңғай юл тип әйтер инек. Сөнки ауылда йәшәгән халыҡ өсөн һыуы ла, техникаһы, юлы ла һәм башҡалары ла бик кәрәк... Бына был программала ҡатнашып беҙҙең район ауылдары ла күп файҙа ала. Әлбиттә унда ҡатнашыу өсөн халыҡ араһында әүҙемлек күрһәтеүсе активистарҙың булыуы һәм биләмә башлыҡтарының йүгереп йөрөүе бик кәрәк. Нәҡ ошондай булыуҙары менән айырылып торған Байғужа халҡы һәм уларҙың биләмә башлығы Васил Игебаев та үҙ маҡсаттарына ирешеп килә. ППМИ программаларында һәр ваҡыт ҡатнашып тора улар.

Ошо көндәрҙә башланып торған эштәр ҙә имен-аман тамамланһын. Халыҡ үҙ мәнфәғәтендә, үҙенә бик кәрәкле булған һыуҙы рәхәтләнеп ҡулланырға насип булһын! 

Фото Васил Игебаевтың "Бәйләнештә"ге битләүенән алынды.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас