Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
23 Октябрь 2024, 10:47

Сираттағы ярҙам МХО-ла йөрөүсе егеттәргә юлланды

Бөгөн районыбыҙ халҡы тағы ла ҙур изге эште атҡарып сығарҙы  - махсус хәрби операция зонаһына ике автомобиль - УАЗ машиналары оҙатылды.

Сираттағы ярҙам МХО-ла йөрөүсе егеттәргә юлландыСираттағы ярҙам МХО-ла йөрөүсе егеттәргә юлланды
Сираттағы ярҙам МХО-ла йөрөүсе егеттәргә юлланды

Йылайыр районы халҡы өсөн махсус хәрби операцияһы зонаһында хеҙмәт иткән яҡташ егеттәрҙең яҙмышы бик мөһим. Райондаштарыбыҙ яугирҙәребеҙгә күп яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша. Ауыл биләмәләрендә йәшәүсе халыҡтың да был йүнәлештә бик күп эштәр башҡарыуы тураһында интернет селтәрҙәрендә лә, баҫмаларыбыҙҙа ла билдәләп барабыҙ. Рәхмәт, уларға!

Бөгөн районыбыҙ халҡы тағы ла ҙур изге эште атҡарып сығарҙы  - махсус хәрби операция зонаһына ике автомобиль - УАЗ машиналары оҙатылды.

Был изгелекте ҡылған яҡташтарыбыҙға, уны ойошторған ирекмәндәребеҙгә, район етәкселегенә оло рәхмәт, әлбиттә! 

Берҙәмлектә - көс! Яугир яҡташтарыбыҙға уңыштар теләп ҡалабыҙ!

Фотолар вацаптағы "Барыһы ла Еңеү өсөн" төркөмөнән алынды.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас