Әгәр инвалид бала йәки бала саҡтан I төркөм инвалидын тәрбиәләһәгеҙ, айлыҡ пособие юллай алаһығыҙ.
Башҡортостанда район коэффициентын иҫәпкә алып, пособие күләме:
- ата-әсә, опекундар, уллыҡҡа алыусылар һәм попечителдәр өсөн — 11 500 һум;
- башҡа ҡараусылар өсөн — 1 380 һум тәшкил итә.
Түләү алыр өсөн тәрбиәләүсе:
- Рәсәйҙә йәшәргә;
- эшләмәҫкә йәки тулы булмаған эш ваҡыты шарттарында, шул иҫәптән дистанцион рәүештә йәки өйҙән эшләргә;
- пенсия һәм эшһеҙлек буйынса пособие алмаҫҡа тейеш.
Ниндәй документтар кәрәк:
- инвалидты ҡараған кешенең паспорты;
- инвалидтың паспорты йәки тыуыу тураһындағы таныҡлығы йәиһә йәшәүгә рөхсәт ҡағыҙы;
- уллыҡҡа алыусылар өсөн – уллыҡҡа алыу тураһында таныҡлыҡ йәки суд ҡарары;
- опекун йәки попечитель өсөн – опека һәм попечителлек органынан уны опекун итеп тәғәйенләү тураһында ҡарар.
Ҡалған документтарҙы Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе мәғлүмәткә эйә булған органдарҙан үҙе һоратып ала.
Документтарҙы түбәндә күрһәтелгән ысулдар менән тапшырырға мөмкин:
- Дәүләт хеҙмәттәре аша: vk.cc/crKSCe.
- йәшәү урынының ҡайҙа булыуына ҡарамаҫтан, Рәсәй Социаль фондының территориаль бүлексәһенең клиент хеҙмәтендә.
Кәрәкле документтар йыйылып бөткәндән һуң 10 эш көнө эсендә ҡарар ҡабул ителә. Әгәр түләүҙән баш тартһалар, уның сәбәптәрен аңлатып, һеҙгә 5 эш көнө эсендә белдереү киләсәк.
Түләү инвалидтың пенсияһы менән бергә килә. Пенсиянан айырым бирелмәй. Айлыҡ түләүҙе туҡтатыу өсөн нигеҙ барлыҡҡа килгәнсе, пособие киләсәк.
Пособиены туҡтатыу өсөн:
- инвалидтың йәки уны ҡараған кешенең үлеме;
- фактик рәүештә тәрбиәне туҡтатыу — инвалидтың ғаризаһы йәки Рәсәй Социаль фондының тикшереү акты менән раҫлана;
- инвалидты ҡараған кешегә пенсия йәки эшһеҙлек буйынса пособие тәғәйенләү;
- тәрбиәләгән кешенең тулы эш көнөндә түләүле эш башҡарыуы;
- «инвалид бала» категорияһы йәки бала саҡтан I төркөм инвалидлыҡ билдәләнгән сроктың тамамланыуы;
- 18 йәшкә еткәнгә тиклем бала саҡтан I төркөм инвалиды тигән категория билдәләнмәһә, инвалид баланың бәлиғ булыуы;
- инвалидты стационар формала социаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе ойошмаға урынлаштырыу нигеҙ булып тора.
Айлыҡ түләүҙән тыш, инвалид бала һәм бала саҡтан I төркөм инвалидын тәрбиәләү стаж һәм пенсия коэффициенты йыйырға мөмкинлек бирә. 1 йыл эсендә 1,8 коэффициент йыйырға мөмкин.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан