Ауыл уттары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Октябрь , 09:19

Барыһы ла халыҡ өсөн эшләнә

Беҙҙең районда «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһы сиктәрендә бик күп эштәр башҡарыла. Быйыл ошо программаға ярашлы бер нисә ауылда йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү буйынса проеттар уңышлы тормошҡа ашырылып килә.

Барыһы ла халыҡ өсөн эшләнә
Барыһы ла халыҡ өсөн эшләнә

Беҙҙең районда «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһы сиктәрендә бик күп эштәр башҡарыла. Быйыл ошо программаға ярашлы бер нисә ауылда йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү буйынса проеттар уңышлы тормошҡа ашырылып килә.
Мәҫәлән, уларҙың береһе – Мәҡсүт ауылында урынлашҡан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ветерандарыбыҙ хөрмәтенә булдырылған обелисктың төҙөкләндерелеүе тамамланды. Ундағы эштәр һәйкәлдең үҙен яңыртыуҙы ғына түгел, уны яңынан реставрациялауҙы ла үҙ эсенә алған. Обелиск янын киңәйтеү, буяу һәм ундағы юғалған элементтарҙы тергеҙеү буйынса бик яуаплы һәм кәрәкле эш башҡарылған. Иҫтәлекле урынға яңы эскәмйәләр ҡуйыу, ҡыуаҡтар һәм сәскәләр ултыртыу кеүек эштәр башҡарылһа, йәйәүлеләр өсөн уңайлы булған юлдар һалынған һәм яҡтыртҡыстар урынлаштырылған.
Төҙөкләндерелгән территорияның дөйөм майҙаны яҡынса 500 квадрат метр тәшкил итә. Финанс ярҙам нәҡ «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһы менән, шулай уҡ спонсорҙарҙың ярҙамы һәм ауыл халҡының йыйған иғәнәләре менән тормошҡа ашырылған.
Иван-Ҡыуалат ауылында ла халыҡ, бигерәк тә балалар өсөн бик кәрәкле булған эштәр эшләнгән. Районыбыҙға ҡараған был ауыл биләмәһе лә 2024 йылдың «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» проектына бик теләп ҡушылған. Бында ял итеү урыны – яңы парк асыу буйынса ҙур эштәр башланған. Балалар өсөн уйын майҙансығы тулыһынса реконструкцияланған һәм заманса стандарттарға ярашлы яңы, хәүефһеҙ уйын ҡорамалдары ҡуйыу эштәре планға алынған. Әле быйылғы йылға ундағы төҙөлөш эштәре туҡтатылған. Шулай ҙа киләһе йылда парктың ландшафт дизайнын яңыртыу йәки ағастар һәм ҡыуаҡтар утыртып, сәскәлектәр әҙерләү һәм ял итеү өсөн махсуслаштырылған ултырғыстар, яҡтыртыу системаһын булдырыу кеүек эштәр ҡаралған.
Әле ауыл биләмәһе активистары һәм халҡы 2025 йылдың был программаһына ярашлы яңы талаптар менән танышыу маҡсатында тәүге йыйылышты үткәреп ҡуйған, унда киләһе йылға пландар һәм тәҡдимдәр ҡаралған.
Яманһаҙ ауылы халҡы быйылғы проект ярҙамында изге урын һаналған зыяратты кәртәләү эштәре менән булыша башлаған. Ата-бабаларыбыҙҙы иҫкә алыу, хөрмәт итеү нигеҙендә ҡоролған ҡәберлектәрҙе тәрбиәләү өмәләре һәр ауылда ла мөһим мәсьәлә булып иҫәпләнә.
Яманһаҙ ауылында йәшәүсе М.Х.Рәимов, А.И.Сысенко һәм В.К.Чекаловтан торған инициатива төркөмө ошо изге урынды кәртәләү буйынса аҡса йыйған. Ауыл халҡы ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә йәшәүсе яманһаҙҙа тыуып үҫкән яҡташтарының да ярҙам ҡулы һуҙыуы уларға проектты тормошҡа ашырыуға этәргес көс бигән. Бына ошо көндәрҙә зыяратты төҙөкләндереү, ундағы ҡыйҙы таҙартыу эштәре алға киткән. Эштәрҙе тамамлау октябрь аҙағына билдәләнгән.
Үрге Ғәле ауылына ҡараған Байғужа ауылында һыу селтәрҙәрен төҙөкләндереү буйынса ремонт эштәре башланған. Шул уҡ программаға ҡараған был эштәрҙең маҡсаты – инфраструктураны яҡшыртыу, халыҡты сифатлы һәм ышаныслы эсәр һыу менән тәьмин итеү булып тора.
Реконструкция иҫкергән торбаларҙы алмаштырыуҙы, бүлеү системаһын яҡшыртыуҙы һәм халыҡтың һыуҙы уңайлы ҡулланыу шарттарын ябайлаштырыуҙы үҙ эсенә ала. Бындай үҙгәрештәр, әлбиттә, ауыл кешеләренең йәшәү сифатынна ҙур йоғонто яһай, сөнки таҙа һыуҙың барлыҡҡа килеүе тә- сиратта унда йәшәүселәрҙең һаулығы һәм именлеге нигеҙе булып һанала.
Районыбыҙҙа йәшәүсе халыҡтың берҙәм һәм тырыш булыуы, шулай уҡ Республикала булдырылған «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһы ярҙамы менән башҡарылған ошондай проекттар ауылдарыбыҙҙың үҫешенә һәм сәскә атыуына, уларҙы һаҡлап алып ҡалыуға нигеҙ булып тора ла инде.

Барыһы ла халыҡ өсөн эшләнә
Барыһы ла халыҡ өсөн эшләнә
Барыһы ла халыҡ өсөн эшләнә
Барыһы ла халыҡ өсөн эшләнә
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: