Ауыл уттары
+24 °С
Дождь
Новости
31 Октября 2024, 09:08

Өфөлә ҡаһарман яугирҙәрҙең аталарын бүләкләнеләр

30 октябрҙә 18 атай “Ватан һаҡсыһының атаһы” йәмәғәт миҙалы менән бүләкләнде.

Өфөлә ҡаһарман яугирҙәрҙең аталарын бүләкләнеләрӨфөлә ҡаһарман яугирҙәрҙең аталарын бүләкләнеләр
Өфөлә ҡаһарман яугирҙәрҙең аталарын бүләкләнеләр

Тантаналы сара Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығындағы Колонналар залында уҙҙы. Миҙал әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып барған, махсус хәрби операция яугирҙәре һәм ветерандарына, уларҙың ғаиләләренә ярҙам иткән, йәштәр өсөн өлгө булып торған атайҙарға бирелә.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин махсус хәрби операция яугирҙәренең яҡындарына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сәләмләү һүҙҙәрен еткерҙе.

– Бөгөн республикабыҙҙың йәнә бер матур йолаһына нигеҙ һалабыҙ – ҡаһарман яугирҙәрҙең аталарына хөрмәт белдерәбеҙ. Билдәле булыуынса, махсус хәрби операция башланған көндәрҙән алып Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән республикала яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү системаһы булдырылды. Улар хаҡында хәстәрлек күреү – республика етәкселегенең мөһим бурысы, – тине Максим Забелин.

БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе 2025 йылдың Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары йылы тип аталасағын билдәләне.

“Ватан һаҡсыһының атаһы” йәмәғәт миҙалы проектының авторы һәм етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы буйынса “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина ла сығыш яһаны.

– Атай – ул һәр кешенең тормошонда төп ир кеше. Ул ғаиләнең таянысы һәм яҡлаусыһы. Атай кеше нәҫеленең абруйын, намыҫын ҡәҙерләп һаҡлай, сөнки уның дауамы булып тора. Ул уҡытыусы ла, остаз да. Беҙ улдарығыҙҙың батырлығы менән ғорурланабыҙ. Өлгөлө тормошоғоҙ, ныҡлы иңегеҙ, ысын илһөйәрҙәр тәрбиәләгәнегеҙ өсөн рәхмәт! – тине Гөлнур Ҡолһарина.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2024-10-30/f-l-a-arman-yaugir-r-e-atalaryn-b-l-kl-nel-r-3990097 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас