+24 °С
Дождь
Уртаса ҙурлыҡтағы 1 ҡабаҡ,1 кг картуф, 500 г бәшмәк, 3 баш һуған, 500 г ит, 2 кишер, үҫемлек майы алына.
Ҡабаҡты яҡшылап йыуырға һәм өҫтөн ҡапҡас итеп ҡырҡып, орлоҡтарын алырға. Итте, бәшмәкте, һуған менән кишерҙе шаҡмаҡлап турап, көнбағыш майында ҡыҙҙырырға.
Һуңынан ҡабаҡ эсенә туралған картуф менән аралаштырып һалып, ҡапҡасын ябып, ҡурғашҡа төрөп бешерергә ҡуйырға.
Тултырылған ҡабаҡты 160 – 180 градус эҫелектәге мейестә 2 – 3 сәғәт бешерергә кәрәк.