Ауыл уттары
+24 °С
Дождь
Новости
6 Ноября 2024, 06:23

Хаҡтар тағы артты...

Был ни хәл, нимәгә улай?

Хаҡтар тағы артты...Хаҡтар тағы артты...
Хаҡтар тағы артты...

Росстат эксперттары автомобиль бензинына һәм дизель яғыулығына хаҡтарҙың артыуы тураһында мәғлүмәт әҙерләгән. Документтан күренеүенсә, 22 октябрҙән 28-енә тиклем илдең 74 төбәгендә яғыулыҡ ҡиммәтләнгән, айырыуса Саха (Яҡут) Республикаһында (+4,1%). Мәскәү һәм Калуга өлкәләрендә автомобиль бензинына хаҡтың түбәнәйеүе теркәлгән (-0,1%). Рәсәйҙә яғыулыҡтың бер литры уртаса 59,08 һум тора.

2 ноябргә Башҡортостанда дизель яғыулығы (ҡышҡы) 80 тингә артҡан, хәҙер ул - 64,65 һум. 27 октябрҙән һуң бензиндың башҡа төрҙәренә хаҡ үҙгәрмәгән.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-11-02/v-bashkirii-snova-podorozhal-benzin-3993974 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас