Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
6 Ноябрь 2024, 06:12

Күсмә мунса егеттәргә юлланды

 Былтыр ҙа алғы һыҙыҡҡа ике күсмә мунса ебәргәндәр улар

Күсмә мунса егеттәргә юлландыКүсмә мунса егеттәргә юлланды
Күсмә мунса егеттәргә юлланды

Әбйәлил районының Амангилде ауыл биләмәһе халҡы махсус операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына әүҙем ярҙам күрһәтә. Уҙған йылда Ҡаҙмаш ауылында яугирҙарҙың үтенесе буйынса күсмә мунсалар төҙөүгә тотонғандар. Төҙөлөштө башлап ебәргән инициатив төркөмгә бөтә ауыл ир-егеттәре ҡушылған. Изге эштә Амангилде ауылы биләмәһе башлығы үҙе әүҙем ҡатнаша.

– Былтыр алғы һыҙыҡҡа ике күсмә мунса ебәрҙек. Күптән түгел тағы ла берәүһен тамамланыҡ. Кисә ауылдаштар дүрт машина гуманитар ярҙам менән МХО зонаһына юлланды. Яугирҙарға күсмә мунса ғына түгел, йылы кейем, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ебәрҙек. Ауыл халҡы менән 100 мең һумдан ашыу аҡса йыйҙыҡ. Һәр кемгә хеҙмәте, ярҙамы өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Ҡаҙмаш мәктәбе директоры Зариф Атауллин.

Илгә килгән һынауға Ишкилде ауылында йәшәүселәр ҙә битараф түгел. Бында ҡатын-ҡыҙҙар яугирҙарға йөн ойоҡбаштар һәм бейәләйҙәр бәйләй.

Сығанаҡ: https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-11-05/by-lild-r-mho-yaugir-aryna-k-sm-munsa-eb-r-e-3996544 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас