Маскировка селтәрҙәре беҙҙең яугирҙәр өсөн мотлаҡ кәрәк әйберҙәрҙең береһе икәнлеген аңлап, беҙ оҙаҡ уйлап тормайынса был изге эште башлап ебәрҙек, – ти балалар баҡсаһы мөдире Марина Крыгина. – Был селтәрҙе үреү бик үк еңел эш түгел. Шулай булыуға ҡарамаҫтан илебеҙ өсөн ауыр ваҡытта, беҙ барыбыҙ ҙа берләшеп, бер-беребеҙгә ярҙам итергә тейешбеҙ. Был изге эштә ҡатнашҡан һәр коллегам, уның хеҙмәте кемдеңдер ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итеренә, бик ышана, – ти ул.
Шулай уҡ балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре тәрбиәләнеүселәре һәм уларҙың ата-әсәләре менән берлектә хуш еҫле үләндәрҙән торған сәй әҙерләгәндәр. Һалдаттарыбыҙ, өйҙән алыҫ булғанда ла, ошо тәмле лә, шифалы ла сәйҙе әҙерләп эскән ваҡытта, яҡташтарының хәстәрлеген тойоп, өйҙә уларҙы яраталар һәм көтәләр тигән уйҙа буласаҡтарында һис шикһеҙ ышанабыҙ.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк балалар баҡсаһы фойеһында бәләкәстәргә патриотик тәрбиә биреү маҡсатында геройҙарыбыҙға арналған балалар һүрәттәре менән биҙәлгән патриотик мөйөш булдырылған. Унда балалар һәр һүрәткә бөтә тойғоларын, уй кисерештәрен һалып, рәхмәт һәм һоҡланыуҙарын күрһәтә алған. Был һүрәттәр ҙә тиҙҙән һалдаттарыбыҙға барып етәсәк һәм ауыр мәлдәрҙә, уларҙың әҙ генә булһа ла кәйефтәрен күтәрер тип ышанабыҙ. Әле кескәй генә булһалар ҙа балаларыбыҙ хәрби хәрәкәт зонаһында булған һалдатҡа ярҙам итеүҙең ни тиклем мөһим булыуын аңлай, сөнки уларҙың ҡайһы берәүҙәренең атайҙары нәҡ шул яу яланында хәрби бурысын үтәй..
Форсаттан файҙаланып «Аҡсәскә» балалар баҡсаһы коллективына, балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә оло ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт әйтәбеҙ. Һеҙҙең ярҙамығыҙ бөтә яугирҙәрҙең рухын күтәрер һәм уларға мөһим бурыс үтәүҙә ярҙам итер тип ышанабыҙ.