Әсәй! Ер йѳҙѳндәге иң гүзәл, иң ғәзиз һүҙ - әсәй! Шул һүҙ менән баланың теле асыла һәм ул бѳтә телдәрҙә лә берҙәй яғымлы яңғырай. Һәр кемдең дә иң яҡын кешеһе - әсәй. Әсәнең йомшаҡ ҡулдарын, мѳләйем ҡарашын, яғымлы һүҙҙәрен бер нимә менән дә сағыштырып булмайҙыр. Әсә йѳрәге - иң һиҙгере, тиҙәр. Унда балаға булған мѳхәббәт хисе бер ҡасан да һүнмәй.
Ошо матур байрам айҡанлы үткәреләсәк Йылайыр районында йәшәүселәр араһында "Әсәйем - изге фәрештәм" тип аталған фотоконкурсҡа ҡәҙерле кешегеҙҙең фотоһын ебәрегеҙ. Конкурстың шарттары менән Ауыл уттарының "Бәйләнештә" төркөмөндә таныша алаһығыҙ.
Ә бына еңеүсегә ошондай бик кәрәкле Электро духовкаһы бүләк итәсәкбеҙ.
Кокурсыбыҙҙа ҡатнашырға ашығығыҙ, бәлки уңыш тап һеҙҙең ҡәҙерле кешегеҙгә йылмайыр!