0 °С
Болотло
Был йәшелсә яман шештән, бигерәк тә үпкәләгеһенән дауа икән. Ғалимдар һарымһаҡты аҙнаһына кәм тигәндә ике тапҡыр ашарға ҡуша.
Уны таблетка ҙурлығында турағандан һуң бер аҙ ултыртып торорға кәрәк. Шул арала антиоксидант үҙенсәлегенә эйә аллецин матдәһе бүленеп сыға, һөҙөмтәлә һарымһаҡтың яман шешкә ҡаршы көсө тағы ла арта. Туралған йәшелсәне сәйнәмәйенсә генә йоторға, ауыр булһа артынан һыу эсергә мөмкин.
Һарымһыҡ яман шеште киҫәтеүҙән тыш, һалҡын тейеүгә һәм бактериаль инфекцияларға ҡаршы торорға ла ярҙам итә.