- Ҡаты ғына итеп сәй ҡайнатабыҙ. Сәйҙе тамаҡты бешермәҫлек кенә итеп һыуытабыҙ ҙа бер ҡалаҡ тоҙ өҫтәп болғатабыҙ. Ошо дауа менән көнөнә өс таҡыр бер аҙна дауамында тамаҡты сайҡатабыҙ.
- Башлы һуғанды ваҡлап турарға, ике балғалаҡ шәкәр өҫтәргә лә өс стакан һыу ҡойоп, һуған йомшарғансы ҡайнатырға. Бутҡа хәленә еткереп иҙергә һәм көнөнә 3-4 тапҡыр балғалаҡлап ашарға.
- Бер ҡалаҡ андыҙ тамырына һыуытылған ҡайнар һыу ҡойоп, төнгөлөккә ҡалдырырға. Иртән яҡшылап болғатырға. Тонғандан һуң, сәғәт һайын берәр йотом эсергә.
Дауаланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.
Мәғлүмәт асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.