Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь , 09:52

Мин – Тыуған илемдең патриоты. Мин – көслө кеше!

Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының һөйләү жанры артисткаһы Эльмира Юлдашева хәрби хеҙмәткә барырға ҡарар итте. Был хаҡта ул «Башинформ»ға һөйләне. Тулыраҡ мәғлүмәтте беҙҙең сайтта уҡығыҙ

Мин – Тыуған илемдең патриоты. Мин – көслө кеше!
Мин – Тыуған илемдең патриоты. Мин – көслө кеше!

Актриса әйтеүенсә, ул махсус операция бурыстарын туранан-тура алғы һыҙыҡта үтәргә ниәтләй, шуға күрә бөгөн БПЛА операторына уҡый.

– Мин – Тыуған илемдең патриоты. Тыуған илебеҙҙе яҡларға кәрәклегенә шикләнгән ир-егеттәр өсөн өлгө булырға теләйем. Коллегаларым ҡарарымды хуплауына бик шатмын. Мәҙәниәт министрлығы етәкселеге минең эш урынымды һаҡлап ҡала, – тип хәбәр итте Эльмира.

– Әлбиттә, ныҡ борсолам. Әммә мин көслө кеше, тормошта күп нәмә күрҙем. Барыһы ла килеп сығыр тип уйлайым. Яҡындарыма мине хуплағандары өсөн рәхмәтлемен, – тип һөйләне актриса.

Эльмира Юлдашева республикала «Ай ҡыҙы» беренсе башҡорт сериалының төп героиняһы булараҡ билдәле (режиссеры — Әнүәр Нурмөхәмәтов), шулай уҡ ул Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы.  https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-11-26/aktrisa-iz-bashkirii-podpisala-kontrakt-dlya-sluzhby-v-zone-svo-4024246

Автор:Айсылу Тулябаева
Читайте нас: