Ауыл уттары
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь , 16:39

5 декабрь – Халыҡ-ара ирекмәндәр көнө

Матрай ауыл биләмәһендә йәшәүсе ирекмәндәр ҙур эштәр башҡара.

5 декабрь – Халыҡ-ара ирекмәндәр көнө
5 декабрь – Халыҡ-ара ирекмәндәр көнө

Изге эштәр башында – ирекмән

Матрай ауыл биләмәһендә бер-береһенә һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер булған дуҫ халыҡ йәшәй. Махсус хәрби операция зонаһында йөрөгән яҡташтары ла әҙ түгел уларҙың. Егеттәрҙең хәрби зоналағы йәшәйешен аҙ булһа ла яҡшыртыу маҡсаты менән мөмкин тиклем ярҙам итергә тырышҡан биләмә халҡы был эштәрҙе махсус операция тамамланмайынса туҡтатмаясаҡ.
Тәүгеләрҙән булып Венера Мөхәмәҙей ҡыҙы Бикбулатова ирекмәндәр төркөмө булдырыуға булышлыҡ итә. Төркөмдөң иң әүҙем ағзаһы булған Айгөл Назирова менән берлектә биләмә халҡы шул тиклем әүҙемлек менән ярҙам итә.
– Хәрби операция башланғандан алып ауылдағы һатыу нөктәләрендә нәҡ егеттәргә тәғәйен ҡумталар ҡуйылған, Яугирҙәребеҙгә кәрәкле кейемдәрҙе, башҡа төрлө әйберҙәрҙе Айгөл Радимир ҡыҙы үҙенең шәхси машинаһы менән йөрөп ала. Халыҡтан ярҙам фонды өсөн йыйылған аҡса буйынса эште лә ул тырышып алып бара. Венера Мөхәмәҙей ҡыҙы менән кәңәшләшеп, биләмә етәкселеге менән бергә яугир яҡташтарыбыҙ өсөн тырышабыҙ инде. Ауылда йәшәүсе оло быуын вәкилдәре йылы ойоҡбаштар, бейәләйҙәр, йылы кейемдәр бәйләп тапшыра, шулай уҡ ирекмәндәр аҙыҡ түлектең дә төрлөләрен йыйып ала, күптән түгел күләмле генә ярҙамды биләмә халҡы госпиталгә ебәрҙе. Унда дауаланған яугирҙәребеҙгә йылы булһын тип күп кенә юрғандар, түшәктәр, яҫтыҡтар, йыуыныу өсөн кәрәк-яраҡтар, йылы (термо) кейемдәр оҙаттыҡ, быларҙың барыһы ла ауылдаштарыбыҙ, биләмәлә йәшәүселәребеҙ ярҙамы менән атҡарылды, – тип һөйләй Матрай ауыл советы идарасыһы Фирҙәүес Йосоп ҡыҙы Ғәлләмова.
Ауыл биләмәһе бик тырыш һәм ярҙамсыл булыуы күренеп тора. Сөнки бер кем дә буш ултырмай, бөгөнгө ауыр заманда тормошобоҙҙо яҡтыраҡ, тынысыраҡ булыуын теләп бар тырышлығын һала. Әле матрайҙар Бүләкбикә Сәмиғулла ҡыҙы Аҡҡусҡарова етәкселегендә ҙур эш менән мәшғүлдәр. Ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары менән бергәләп маскировка селтәрҙәре үрергә өйрәнеп ҡайтҡан улар һәм иң кәрәкле булған сеткаларҙы әҙерләү өҫтөндә бик яҡшы эшләйҙәр. Тағы ла махсус киптергес аппаратында (дегидратор) емеш-еләк, картуф, ҡорот, борщ һәм төрлө аштар өсөн йәшелсәләр киптергәндәр.
Госпиталдәрҙә дауаланыу алған яугирҙәр өсөн матрайҙар тағы ла ярҙам йыя башлаған. Көндәр һыуыныу сәбәпле уларға хәҙер йылы кейемдәрҙең, йылы әйберҙәрҙең бик күп кәрәк булыуын аңлай матрайҙар.
Шулай уҡ биләмәгә ҡараған крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары махсус хәрби операцияһында ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә матди ярҙам күрһәтә. Руслан Шайнуров егеттәрҙең яҡындарына утын әҙерләп ҡыуандыра.
Ҙур ойошма коллективтары ла ситтә ҡалмай, улар коллектив менән әҙерләгән шәмдәр, ойоҡтар яугирҙәребеҙ өсөн бөгөн бик кәрәк.
Матрайҙарҙың теләге бер – аяҙ күк йөҙөбөҙ яҡты, нурлы булһын. Киләсәк быуынға татыулыҡ менән йәшәргә насип итһен, егеттәребеҙ иҫән-һау тыуған йорттарына, яҡындары янына әйләнеп ҡайтһын, тиҙәр.

5 декабрь – Халыҡ-ара ирекмәндәр көнө
5 декабрь – Халыҡ-ара ирекмәндәр көнө
5 декабрь – Халыҡ-ара ирекмәндәр көнө
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: