Ауыл уттары
-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2024, 16:43

Изге эштәр башында – ирекмән

Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе ирекмәндәре һәр ваҡыт алда!

Изге эштәр башында – ирекмән
Изге эштәр башында – ирекмән

Ауыл биләмәләренең һәр береһендә лә әүҙем кешеләр йәшәй. Уларҙың бар ерҙә лә өлгөр булыуы ауылдаштарын да дәртләндерә, биләмә етәкселегенең дә күңелен күтәрә. Гәзитебеҙ биттәрендә Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе тураһында бик йыш яҙып торабыҙ, ни өсөн тиһегеҙме, сөнки уларҙың берҙәм һәм татыу булыуы, барлыҡ мәсьәләләрҙе лә уртаға һалып, дәррәү күтәреп алыуҙары барыһы өсөн дә өлгө булырлыҡ.


Эйе биләмәлә йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар булһынмы, ир-егеттәреме үҙ идеяларын тәҡдим итеп, ауыл советы хакимиәте менән берлектә атҡарып сығырға ашҡынып тора.
Алдағы баҫмаларыбыҙҙа яҙып үтеүебеҙсә биләмәнең ветерандар советы тарафынан әле барған махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткән ир-егеттәребеҙгә ярҙам ойошторолған. Бына ошо изге эш әле булһа ла туҡтамай. Киреһенсә, яңынан-яңы үрҙәр ала, халыҡты йәлеп итә.


Ошо көндәрҙә бик шәп яңылыҡ алдыҡ әле бына, ярҙам итеүҙе башлап ойошторған төркөмгә «Изге нур» тип исем ҡушҡандар. Ысынлап та, исеменә есеме тура килә бит, был төркөмдә тороусы апайҙар изгелек сәсергә генә яраҡлашҡандыр. Тимәк, ирекмәндәр отрядының етәксеһе булған Фәриғә Аҡҡужина, ауылдың иң әүҙем ҡыҙҙары: Ләлә Халикова, Фәрзәнә Аҡҡужина, Алсу Аҡҡужина, Лилиә Иҫәнбаева һәм Ғәлиә Хәсәновалар менән бергә изге нурҙы сәсеүҙәрен дауам итәсәктәр.
Бөгөнгө көнгә бирелгән мәғлүмәттәр буйынса биләмәгә ҡараған бөтә ауылдар, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙары, ысын күңелдән «Изге нур» ирекмәндәр отрядының эшенә дәррәү ҡушылған. Оло булыуға ҡарамаҫтан егеттәребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙған инәй-олатайҙарҙың да аҙыҡ-түлек, кәрәкле әйбер менән, шулай уҡ ҡул ярҙамы күрһәтеүе күңелгә йылылыҡ, ышаныс өҫтәй.


– Барыһын да исемләп әйтеп, кемделер төшөрөп ҡалдырырмын тиеп ҡурҡам (йылмая)... Ошондай мәлдәрҙә, ярҙам ҡулы һуҙған ауылдаштарыбыҙ булыуына, Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһендә йәшәгән яҡташтарыбыҙ булыуы менән ғорурланабыҙ. Әле күпләп ҡорот киптерҙек, икмәк әҙерләнек, ҡарабойҙай бутҡаһы эшләп ҡараныҡ, барыһы ла килеп сыға, Аллаға шөкөр. Ошо көндәрҙә картуф иҙмәһе әҙерләүҙе башлап торабыҙ. Беҙҙең һәр башланғысыбыҙҙы күтәреп алған Рөстәм Мөхтәр улына рәхмәт, бер ҡасан да юҡ тимәй, әмәлен, яйын табып маҡсаттарыбыҙҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итеп кенә тора, – ти ветерандар советы рәйесе Ләлә Хәйретдин ҡыҙы Халикова.
«Изге нур» ирекмәндәр төркөмө ауыл халҡына, башлыса, пенсионерҙарға, ҡатын-ҡыҙҙарға рәхмәт әйтә. Ярҙам итергә ашҡынып халыҡтың көндән-көн күберәк йыйылыуы яугирҙәребеҙ өсөн ниәтләгән аҙыҡтың, маскировка селтәрҙәренең һәм башҡа кәрәк әйберҙәрҙең тиҙерәк әҙер булыуына һәм егеттәребеҙ имен-һау ҡулланыуына килтерә. Яугирҙәребеҙгә файҙаға ғына булған маскировка селтәренең дә Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе халҡы тарафынан бына инде дүртенсеһе әҙерләп башланған. Бына ошондай изге лә, бөгөнгө көндә иң кәрәкле лә хеҙмәттә, ваҡыттарын йәлләмәй ауыл советы бинаһына килеп ярҙам итә бында йәшәүсе халыҡ. Йорт мәшәҡәттәрен ҡалдырып көн дә ярҙамға ашығып торған ауылдаштар ҙа юҡ түгел ти төркөм ағзалары. Барыһы ла үҙебеҙ өсөн бит – Тыныслыҡ өсөн, тип ҡабатларға ярата улар.
Ысынлап та беҙҙең киләсәгебеҙ үҙебеҙҙән тора. Махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеп йөрөүсе яугирҙәребеҙгә беҙ, яҡташтар, ышаныслы тыл булырға тейешбеҙ! Ә бына ошондай ярҙамдарҙы ойоштороусы ирекмәндәргә, улар менән эшләүсе райондаштарыбыҙға, етәкселәргә рәхмәт! Шулай уҡ, беҙҙең ирекмәндәр, «Преображенск» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге хеҙмәткәрҙәренә, уның етәксеһе Ғәлиә Хәйбулла ҡыҙы Солтановаға рәхмәт һүҙҙәрен еткерә!

Изге эштәр башында – ирекмән
Изге эштәр башында – ирекмән
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: