БР Хөкүмәте премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров Рәсәй реалияларына урындағы үҙидараның көнбайыш моделдәрен күсереүҙе «дисбаланс тыуҙырыу» тип атаны.
— Урындағы үҙидара органдарын формалаштырыу буйынса тәүге эшләнмәләр революцияға тиклемге тамырҙарға эйә, - тип иҫкә төшөрҙө ул.
Советтар Союзынан һуңғы осорҙа илдә, ул саҡтағыса, алдынғы сит ил практикаһы нигеҙендә модель ҡулланыла. Тап уларға 1995 һәм 2003 йылдарҙа ҡабул ителгән урындағы үҙидараның дөйөм башланғыстары тураһындағы закондар нигеҙләнгән. Әммә көнбайыш шаблондарын Рәсәй ысынбарлығына күсереү генә бер нисә дисбаланс тыуҙыра. Уларҙы бөтөрөү бөгөн өҫтөнлөклө дәүләт бурыстарының береһе булып тора. Башҡортостан хөкүмәте премьеры вазифаһын башҡарыусы, ҡануниәтте камиллаштырыуҙың яңы формалары — заманса саҡырыуҙарға, ә система үҙе урындағы үҙидараны үҫтереүҙең рәсәй үҙенсәлектәренә яраҡлаштырылған моделенә тап килергә тейеш, тине. Андрей Назаров билдәләүенсә, «кешеләргә иң яҡын» муниципалитеттарҙың вәкәләттәрен һөҙөмтәле бүлеүҙе һәм үҙ-үҙеңде тәьмин итеү мөһим.