+24 °С
Ямғыр
Төрлө көсөргәнешлелектә ҡар яуыуы көтөлә.
Ҡар ҡатламының бейеклеге күпкә артыуы һәм декабрь климаты нормаһына етеүе ихтимал. Әлегә ҡар ҡатламы норманан 7-10 сантиметрға түбәнерәк.
12 һәм 13 декабрҙә республиканың ҡайһы бер райондарында буран һәм көслө ел фаразлана.
Юлдарҙа урыны менән көрт, боҙлауыҡ. Циклондың йылы секторында 12 декабргә төндә -5, -10, көндөҙ 0, -5 градусҡаса йылыта.