Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
28 Декабрь 2024, 10:49

Район хакимиәте башлығының Шыршы байрамы уҙҙы

Йылайыр ауылының мәҙәниәт һәм ял үҙәгенең концерт залында район хакимиәте башлығының Шыршы байрамы уҙҙы. Был матур сараға Йылайыр ауылынан һәм районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан күп уҡыусылар йыйылды. Улар – уҡыу алдынғылары, төрлө конкурс-олимпиада еңеүселәре, спорт буйынса алдынғылар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың балалары.

Район хакимиәте башлығының Шыршы байрамы уҙҙыРайон хакимиәте башлығының Шыршы байрамы уҙҙы
Район хакимиәте башлығының Шыршы байрамы уҙҙы

Район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов балаларҙы яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамдары менән ҡотланы, бөтәһенә лә һаулыҡ, именлек, уҡыуҙарында уңыштар теләне.

Әкиәт донъяһына алып инеп, сәхнәлә матур тамаша күрһәтеүҙәре өсөн Йылайыр ауылының мәҙәниәт һәм ял үҙәге хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт! Балалар рәхәтләнеп ял да иттеләр, Яңы йыл бүләге алып та бик шатландылар! Ҙур күләмле сара, балаларҙың хәтерендә мәңге уйылып ҡалыр.

Автор:Айсылу Тулябаева
Читайте нас