Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Новости
28 Декабрь 2024, 11:28

Табынығыҙ йәмле һәм тәмле булһын!

Яңы йыл табынына ябай һәм шул уҡ ваҡытта бик тәмле ризыҡтарҙың рецептарын тәҡдим итәбеҙ. 

Табынығыҙ йәмле һәм тәмле булһын!Табынығыҙ йәмле һәм тәмле булһын!
Табынығыҙ йәмле һәм тәмле булһын!

Ҡамырға төрөлгән ҡаҙ

Тәүҙә ҡаҙҙы яҡшы итеп йыуабыҙ, тоҙлап, иҙелгән һарымһаҡ, үҙегеҙгә оҡшаған тәмләткестәр ҡушып, яҡшы итеп майонез менән тышын һөртөп, 5-6 сәғәткә ҡалдырабыҙ. Ваҡыт үткәс, ҡаҙҙың эсен үҙегеҙгә оҡшағанса тултырырға (дөгө  мен   ән ҡара емеш, күрәгә, алма  менән ҡара емеш, картуф). Тоҙ, һыу менән генә ҡамыр баҫып, ныҡ йоҡа булмаған бер йәйем йәймә йәйәбеҙ һәм ҡаҙҙы түше менән йәймәгә һалып төрәбеҙ. Ҡамыр арҡа яғында күп ҡалырға тейеш, табаға һалғанда ҡаҙҙың түше өҫтә ятырға тейеш. Ҡаҙҙы 185 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкаға яҡынса 2,5 сәғәткә оҙатабыҙ, (һәр кем градусын, ваҡытын үҙенең мейесенә ҡарап ултырта).

Ҡаҙ ҡамыр эсендә йомшаҡ ҡына булып бешә, ә майы ҡамырға һеңеп, кетерләп кенә тора.

«Яңы йыл» салаты

Уның рецепты ябай ғына: сырҙы ҡырғыс аша үткәрәбеҙ, һарымһаҡты иҙәбеҙ, ҡаймаҡ һәм йомортҡа өҫтәп, блендер менән ваҡлайһың, унан матур бер шыршы формаһына килтереп, шуның өҫтөн туралған һуған, укроп, петрушкалар менән биҙәп ҡуйһаң, өҫтәлдә йылдың символы – шыршы ятҡан һымаҡ була. Уны кеше һанына ҡарап әҙерләйһең.

«Ҡыҙыл диңгеҙ» салаты

Бының өсөн 250 гр. диңгеҙ ҡыҫалаһы (краб) таяҡсаһы, ике-өс помидор, бер ҡыҙыл татлы борос, 150 гр. ҡаты сыр, ике тырнаҡ һарымһаҡ, майонез кәрәк. Әҙерләү: диңгеҙ ҡыҫалаһы таяҡсаларын оҙонса итеп киҫәбеҙ. Помидорҙың эсен алып, һутынан таҙартып, шулай уҡ оҙонсалап турайбыҙ. Боросто таҙартып, оҙонса итеп киҫәбеҙ. Сырҙы ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Һарымһаҡты ваҡ итеп турайбыҙ. Бөтәһен бергә ҡушып, майонез менән бергә һәйбәтләп бутайбыҙ.

«Ҡырмыҫҡа иләүе» салаты

Был салат өсөн 300 гр. бешкән тауыҡ ите, 2 ҡыяр, 2 помидор, 80 гр. сыр, 2 картуф, тоҙ, үҫемлек майы, укроп кәрәк.

Салатты ҡатлы итеп эшләйбеҙ. Тәүге ҡатына һаламлап туралған тауыҡ ите һалабыҙ, һуңынан шулай уҡ һаламлап туралған ҡыяр, шаҡмаҡлап туралған помидор, эре ҡырғыс аша үткәрелгән сыр һалабыҙ. Иң һуңғы ҡатҡа үҫемлек майында эре ҡырғыстан үткәреп, артыҡ һыуын һығып, ҡыҙҙырып картуфты өйөп һалабыҙ. Һәр ҡатына майонез һыларға, әҙ генә тоҙ һибергә.

Ләүәштән ҡабымлыҡ

1 төрө: ике ләүәш, 120 гр. ҡаты сыр, 70 гр. кишер, 50 гр. майонез кәрәк була.

Башта ләүәшкә майонез һөртәбеҙ ҙә икенсе ләүәш менән ҡаплайбыҙ. Майонез һөртөп, ҡырғыстан үткәрелгән сыр һибәбеҙ. Корейса кишерҙе йәйеп сыҡҡас төрөп, һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. 30 минуттан киҫеп, табынға бирергә.

2 төрө: 1 йоҡа ләүәш, 200 гр. иретелгән сыр, 250 гр. колбаса, 200 гр. помидор, 1 теш һарымһаҡ, 50 гр. укроп, 2 йомортҡа, 1,5 балғалаҡ он.

Помидор һәм колбасаны шаҡмаҡлап, укропты ваҡлап турайбыҙ. Һарымһаҡты иҙәбеҙ. Ләүәштән бер нисә квадрат эшләйбеҙ. Уның берәүһенә иретелгән сыр һылайбыҙ ҙа өҫтөнә бер аҙ укроп, һарымһаҡ, колбаса, помидор һалабыҙ. Тигеҙ генә итеп таратабыҙ ҙа өҫтөнә икенсе ләүәште һалабыҙ.

Ошо уҡты бер нисә тапҡыр ҡабатлайбыҙ. Иң өҫтөнә иретелгән сыр менән майлайбыҙ һәм әҙер ҡабымлыҡты шаҡмаҡлап ҡырҡып сығабыҙ

Тәрән табаҡҡа йомортҡаға бер аҙ он ҡушып туҡыйбыҙ. Һәр ҡабымлыҡты шунда манып алабыҙ. Табала ике яҡлап ҡыҙҙырып алабыҙ.

Баклажандан ҡабымлыҡ

2 баклажан, 150 – 200 г сыр, 2 помидор, йәшел тәмләткестәр, майонез, 2-3 теш һарымһаҡ кәрәк.

Баклажанды йоҡа ғына итеп  буйға телергә. Әсеһе бөтһөн өсөн 20 минут тоҙло һыуҙа тоторға. Ул арала эслек эшләргә: ҡырғыста ҡырылған сырға иҙелгән һарым­һаҡты, туралған йәшел тәмләткес­тәрҙе һәм майонез өҫтәп бутарға. Помидорҙы телемләп турарға. Баклажандарҙы ике яҡлап та ҡыҙҙырғандан һуң, уның бер яҡ башына сырлы ҡатнашманы һәм помидор телемен һалып рулет һымаҡ урарға.

Бауыр рулеттары

200 гр. Тауыҡ бауырын, һуған, һарымһаҡты ит турағыс аша сығарырға, 1 йомортҡа, тоҙ, ҡаймаҡ, он өҫтәп, яҡшылап бутарға. Ҡоймаҡ бешерергә.

Эслеген әҙерләү: һарымһаҡты, теләһә ниндәй йәшел тәмләткесте ваҡларға, ҡаймаҡ ҡушырға һәм тоҙ-борос һалырға. Сырҙы һәм кишерҙе ҡырғыстан сығарырға. Һәр ҡоймаҡты йәшел тәмләткесле ҡаймаҡ менән буярға, өҫтөнә сыр һәм кишер һибергә, рулет итеп төрөргә. Һыуытҡысҡа ҡуйып 2 сәғәт тоторға.

Яңы йылға тәмле торт

Был тәмле торт өсөн 2 йомортҡа, 1 стакан шәкәр, 1 стакан һөт,1 стакан ҡара ҡарағат ҡайнатмаһы, 2 сәй ҡалағы самаһы сода, 2 стакан он.

Крем өсөн: 2 стакан ҡаймаҡ, ярты стакан шәкәр пудраһы.

Әҙерләү:1 стакан шәкәргә 2 йомортҡа һытып болғатабыҙ. Уға 1 стакан һөт, бер стакан ҡара ҡарағат ҡайнатмаһын, 2 стакан он, 2 сәй ҡалағы сода өҫтәп, ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, 180 градус эҫелектәге мейестә бешереп алабыҙ. Унан ҡатламдарға ҡырҡабыҙ.

Ике стакан ҡуйы ҡаймаҡты ярты стакан шәкәр пудраһы менән күпертәбеҙ. Корждарҙың араһына һәм өҫтөнә ошо кремды һылап, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Өҫтөн үҙегеҙ теләгәнсә биҙәргә мөмкин.

Пицца

Ҡамыр өсөн 400 миллилитр самаһы һыу, бер аш ҡалағы ҡоро сүпрә, бер аш ҡалағы шәкәр һәм бер сәй ҡалағы тоҙ алына. Уларҙы йылымыс һыуға һалып бутағас, сүпрәнең һыу өҫтөнә сыҡҡанын көтөгөҙ. Һуңынан 4 стакан он, ҡамыр ойошҡас ярты стакан самаһы үҫемлек майы һалып тағы баҫырға. Йомшаҡ ҡына ҡамыр килеп сыға. Бындай ҡамыр пиццаның эслеге әҙерләнгән арала ҡабарып та сыға. Йәйелгән ҡамыр өҫтөнә томат соусы һылайбыҙ, һуңынан помидор, татлы борос, колбаса киҫәктәрен матур итеп теҙәбеҙ. Тоҙло ҡыяр киҫәктәре лә өҫтәйбеҙ.

Эслек өҫтөнә сыр ҡырып һалабыҙ, майонез һөртөргә лә мөмкин. Бер аҙ ҡабартҡас, духовкала 180 градуста 25-30 минут бешерәбеҙ. 

Байрам табындарығыҙ бәрәкәтле, мул булһын! Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, яҡын кешеләрегеҙ һәр ваҡыт янығыҙҙа булыуын теләйбеҙ.

Автор:Айсылу Тулябаева
Читайте нас