+24 °С
Ямғыр
3 литрлык һыуыҡ һыуға 0,7 литрлык банка менан “Геркулес” ярмаһы һалып, 5-10 минут ултыртып ҡуйырға. Талғын утҡа ҡуйып, бер сәғәт ҡайнатырға. Бер ҡалаҡ аҡ май һалырға, бер туҡтауһыҙ болғатып торорға. Бер сәғәт үткәс, килеп сыҡҡан кеҫәл һымаҡ массаны иләк аша төйөрҙәрен һөҙөп алырға һәм ултыртып ҡуйып һыуытырға. (Сифатлы булһын тиһәгеҙ, һыуытыу мотлаҡ!)
Һыуынған массаға 1-2 стакан магазинда һатылған ҡымыҙ һәм 1 стакан шәкәр ҡомо өҫтәргә. Ҡымыҙ өҫтәлгәс, йылы урынға төрөп кенә ултыртып ҡуйырға һәм тағы бер генә көн көтөргә. Түҙемле булһағыҙ, башҡорт халыҡ эсемлеге – телде йоторлоҡ буҙа әҙер тигән һүҙ. Әйткәндәй, икенсе тапҡыр эшләгән саҡта, ошо буҙанан бер стакан әсетке (баш) ҡалдырығыҙ.