Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
31 Декабрь 2024, 06:42

Ауыр ваҡытта ярҙам

Зариф Байғусҡаров МХО хәрбиһен "ҡыҙыу нөктә"нән сығарған Йылайыр районына һуңғы сәфәр барышында РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров МХО биләмәһендә алғы һыҙыҡта ике улын юғалтҡан әсә менән осрашты.

Ауыр ваҡытта ярҙамАуыр ваҡытта ярҙам
Ауыр ваҡытта ярҙам

Әсә өсөнсө улын хәрби хәрәкәттәр ҡыҙыу барған яҡтарҙан сығарыуҙы һорап мөрәжәғәт итә. Уның менән бергә һәләк булған улдарының ҡатындары һәм балалары килә. Әлбиттә, әсә йөрәге башҡа юғалтыуҙарҙы кисерә алмаҫ ине.

"Мин уларҙың күҙҙәрен күрҙем һәм әсә үтенесен үтәргә һүҙ бирҙем", – тип яҙа депутат социаль селтәрҙә. Зариф Байғусҡаров РФ Оборона министрлығы етәкселеге менән бәйләнешкә инә.

Тиҙҙән яугирҙы ашығыс рәүештә Силәбе өлкәһендәге хәрби часҡа күсерәләр. Артабан бер нисә көнгә тыуған йортона отпускыға ебәрелә. Йылайыр районына киләһе барғанында депутат лайыҡлы өс илһөйәр ул тәрбиәләгән Бөйөк Әсәгә барырға ниәтләй.

Киләсәктә лә мохтаждарға урындарҙа ярҙам итеү өсөн райондар буйлап сәфәрҙәрен дауам итергә ниәтләй.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас