Бөгөн билдәле шағир, башҡорт әҙәбиәте классигы, азатлыҡ йырсыһы Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы уның һәйкәле янында бөйөк шағирыбыҙҙы иҫкә алыу сараһы уҙҙы. Унда район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләр буйынса урынбаҫары Илшат Солтангәрәев, матбуғат ветераны, журналист Ильяс Такалов, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Гөлсәсәк Иғдәүләтова, Ш. Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының башҡорт теле уҡытыусылары, уҡыусылары һәм башҡорт прозаһын, шиғриәтен һөйөүселәр ҡатнашты.
Олуғ шәхесебеҙгә арналған сарала уҡыусылар башҡарыуында уның ялҡынлы шиғырҙары, шағир тураһында яҡты иҫтәлектәр һәм киләсәктә һәйкәл янын тағы ла күркәмерәк итеү теләктәре яңғыраны. Сара шағирыбыҙҙы бер минут иҫкә алыу һәм уның һәйкәленә сәскәләр һалыу менән тамамланды.