1 март – изге Рамаҙан айы башлана. Исламдың биш шартының береһе булған ураҙа ғибәҙәте ошо айҙа ҡылына. Ул – һәр мосолман өсөн фарыз (һаулығы буйынса сикләүҙәр булмаһа) ғәмәл, шулай уҡ әжер-сауаптарға ирешеү өсөн бик оло форсат.
20-29 март – Рамаҙан айының һуңғы ун көнө. Был осор эсендә мең айҙан да хәйерлерәк булған Ҡәҙер кисе йәшеренгән. Хәҙистәргә ярашлы, уны таҡ төндәрҙә көтөргә кәрәк, был көндәрҙе ғибәҙәттәр ҡылып үткәрергә тырышығыҙ.
30 март – Ураҙа ғәйете. Рамаҙан айы тамамланыу уңайынан оло байрам. Был көндө ауыл-ҡалаларҙа ғәйет намаҙҙары уҡыла, мосолмандар Аллаһты йышыраҡ иҫкә ала, данлай, шулай уҡ бер-береһе, туғандары менән ҡунаҡ булыша, ҡотлаша.
5 июнь – Ғәрәфә көнө. Зөлхизә айының 9-сы көнөндә төрлө-төрлө ҡитғаларҙан, йөҙәрләгән илдән хаж ғибәҙәтен үтәү ниәте менән йыйылған миллиондарса хажи Ғәрәфә тауында доға, истиғфар һәм намаҙ ҡыла. Был мөбәрәк көндө ураҙа тотоп үткәреү хуплана.
6 июнь – Ҡорбан ғәйете. Зөлхизә айының 10-сы көнө – ҙур байрам. Ҡорбанға тәғәйенләнгән малды боғаҙлау ғәйет намаҙынан һуң башлана һәм өс көн дауам итә. Мосолмандар Аллаһ ризалығы өсөн ҡорбан сала, ҡунаҡҡа саҡырыша, иттең өстән бер өлөшөн мохтаждарға тарата.