Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
29 Ғинуар 2025, 09:05

Геройҙар ваҡыты...

Яманһаҙ ауылында йәшәп, тормошон ижадҡа бәйләгән Башҡортостан һәм Рәсәй журналистары яҙыусылар союздары ағзаһы, күп йылдар район матбуғатында эшләп киткән, әлеге мәлдә хаҡлы ялдағы элекке ҡәләмдәшем Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы Ҡаҙаҡбаеваның әле генә донъя күргән сираттағы китабын ҡулға алғас, ҡыуанып уҡып сыҡтым да үҙ фекерем менән бүлешергә булдым.

Геройҙар ваҡыты...Геройҙар ваҡыты...
Геройҙар ваҡыты...

Быға тиклем яҡташыбыҙҙың «Сиселмәгән сер» (2004), «Хыялға илтер һуҡмаҡ» (2011), «Мәрхәмәтле булһын яҙмыш» (2016), «Икебеҙ өсөн дә яраттым» (2022) исемле проза китаптары республикабыҙҙың З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан ине. Ә әҙибәнең был бишенсе йыйынтығы «Геройҙар ваҡыты» исеме аҫтында Өфөлә «Инеш» нәшриәтендә Башҡортостан Башлығы гранттары фонды иҫәбенә баҫылды. Республиканың Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов башланғысы менән иғлан ителгән профессиональ яҙыусылар араһында патриотик әҙәрҙәр ижад итеү буйынса «Заман ауазы» («Голос эпохи») конкурсының «Бәләкәй проза» номинацияһында Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның «Геройҙар ваҡыты» әҫәре өсөнсө урын алғайны һәм айырым китап итеп баҫтырыуға тәҡдим ителгәйне. Шуға күрә китап авторын иң тәүҙә ошо ижади еңеүе менән ҡотлап алда тағы ла яңы әҫәрҙәре менән беҙҙе шатландырып тороуын теләйек.
«Геройҙар ваҡыты» китабына яҙыусының бер повесы һәм өс хикәйәһе ингән. Тәү ҡарашҡа ябай ғына күренгән геройҙары һәм һүрәтләнгән ваҡиғалары аша автор шанлымы, ҡанлымы замандарҙа кеше кешелеген һаҡлап ҡалыу кеүек мөһим һәм мәңгелек темаларҙы күтәрә, уйланырға саҡыра, уҡыусының йөрәгенә сәм һәм ғәм һалырға ынтыла.
Мәҫәлән, «Минең яратҡан башҡортом» повесы менән танышҡанда әҫәрҙең төп геройы Мирҙың прототибы итеп бер ауылдаш ағайҙы күҙ алдына килтерҙем. Етмәһә, исемдәре лә тап килә. Армиянан ул ағай бер нисә айға һуңлап ҡына хәрби кейемһеҙ ҡайтып төштө. Һуңынан асыҡланыуынса, Көнбайыш Украинала хеҙмәт иткән осоронда бейек буйлы, бөҙрә сәсле һылыу был башҡорт егете сит милләт ҡыҙы менән ғаилә ҡороп та өлгөргән булған икән. Ауылға ҡайтҡас, тырыш, талымһыҙ ағай совхоз эшенә сумды, алдынғы тракторист булып танылды, хеҙмәте бер нисә тапҡыр дәүләт наградаһы менән билдәләнде. Матур, әрһеҙ, ипле еңгәй менән ун балаға ғүмер бүләк иттеләр, өлгөлө ғаилә булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хаҡлы ялға сыҡҡас, ғаилә башлығына оҙаҡ йәшәргә насип булманы (йәне нәннәттә булһын). Ғүмеренең ахырынаса, бәлки, күңеле түрендә алыҫта ҡалған тәүге ғаиләһе тураһында йылы хәтирә йөрөткәндер, әммә, әҫәр геройы кеүек, ул да тыуған еренә, халҡына, гүзәл Башҡортостанына тоғролоҡ һаҡланы, ят тормошто, сит йыныс ҡыҙын үҙ итмәне, һуғыш яланында башын һалған атаһының йорто нигеҙенә заманса иркен өй төҙөп, ишле ғаиләһе менән күмәкләшеп, гөрләшеп йәшәү бәхетен кисерҙе...
Повеста ла төп ваҡиға әҫәр геройы хеҙмәт иткән Көнсығыш Германия ерендә һәм ябай башҡорт һалдаты өлкән сержанттың немка ҡыҙы менән мөнәсәбәте тирәһендә була. Ҡорал тотоп яу яланында бер-береһенә ҡаршы һуғышҡан ике илдең элекке һалдаттарының улы һәм ҡыҙы араһында ысын мөхәббәт хисе булдымы икән? Был һорауға яуапты Мир күп йылдарҙан һуң, тормош тәжрибәһе туплаған, олпат йәштәге аҡһаҡал дәрәжәһенә еткәс таба. Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, осраҡлы ғына тап иткән башҡорт ҡыҙы Диләфрүз менән өйләнешеп, матур, бәхетле тормош юлы үтеп, дүрт ҡыҙ үҫтергәс, был ике ҡатын-ҡыҙҙың бер-береһен күк менән ер шикелле айырылыуын тоя. Әрһеҙлек һәм тыйнаҡлыҡ, тәкәберлек һәм ғорурлыҡ, мин-минлек һәм әҙәпһеҙлек... Бына ниндәй упҡын ятҡан улар араһында! Икенсе йыныс ҡыҙынан баш тартыуы, тыуған ерен, әсәһен, ауылын, атаһы хәтерен һаҡлауы- ниндәй дөрөҫ булған, тигән төплө һығымтаға сикһеҙ бәхетле ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәләлен иртә юғалта, һуңғы һулышына тиклем яратҡан кешеһенең ҡулын тотоп оҙата уның йәнен асманға...
Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның «Көтөү», «Күҙ йәштәре әсе икән» исемле хикәйәләрендә лә һуғыш осорондағы ауыр ауыл тормошо, ирҙәрен яуға оҙатҡан ҡатын-ҡыҙҙар әсе яҙмышы, фронтовик ир-аттарҙың аҙашҡан мөхәббәт тарихтары бәйән ителә. Автор шул ҡатмарлы, буталсыҡ, драматик осорҙағы ваҡиғаларҙы, халыҡтың рухи торошон оҫта һүрәтләргә тырыша.
Бөгөн илебеҙҙең көнбайыш сигендә барған махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәм һәләк булған яугирҙарға арналған «Геройҙар ваҡыты» хикәйәһе көн ҡаҙағындағы бик актуаль илһөйәрлек темаһын күтәреп сыға. Был әҫәр менән танышҡанда үҙеңде ошо ҡанлы бәрелештәр эсендә йөрөгән итеп тояһың. Авторҙың, уның ҡатын-ҡыҙ булыуын иҫтә тотһаң, хәрби ҡорал-техниканы, устав буйынса барлыҡ талап-тәртипте, хәрби терминологияны төплө үҙләштереүенә хайран ҡалаһың.
«Лев» позывнойлы егерме биш йәшлек башҡорт һалдаты образында ҡаһарман, сәмле ил һаҡсыһын күрәбеҙ. Әҫәрҙә аяуһыҙ, мәрхәмәтһеҙ бәрелештең сығанағы, төп сәбәпселәре, донъялағы сәйәси хәл торошо тураһында мәғлүмәттәр ҙә урынлы ҡулланылған. Илебеҙ именлеге һағына баҫҡан яугирҙарҙың әҙерлек курсы үткәндә, һуңынан алғы һыҙыҡта кисергән тойғолары оҫта һүрәтләнә. Һәр кемгә дөрөҫ аҙым яһарға, үҙен күрһәтергә, илен яҡларға, халҡына ҡалҡан булырға яй сыҡҡан ваҡыт. Геройҙар ваҡыты. Бик ҙур, яуаплы һайлау алдында тора бөгөн Рәсәй һалдаттары! Шундай уйҙар менән утлы яуға инә «Лев». «Бөгөн подвигҡа урын бармы?» –тигән һорауға ла йыш әйләнеп ҡайта ул. Әммә был һорауға ул күптән яуап тапҡайны инде. «Батырлыҡ мөһим түгел! Кеше булып ҡалыуың иң мөһиме! Намыҫыңа тап төшөрмә!»
Ҡаты яралана «Лев», күп иптәштәрен юғалта яу яланында. Үлем менән күҙмә-күҙ ҡараша башлағас, кәләшенә шылтыратырға ғәҙәт итеп алды, бәләкәй улының хәлен белешә, телен боҙобораҡ «Атай, ҡайт!» – тигән улының һүҙҙәре егеттең күңеленә йылы һала. «Имен ҡайт, улым! Һин беҙҙең берҙән-бер күҙ терәп торған таянысыбыҙ!» – ти әсәһе лә. Доғалар уҡый.
Һуғыш һуғыш инде, ул ҡорбан көҫәй. Күпме аҫыл ир-аттарыбыҙ башын һалды. Йәндәре йәннәттә булһын! Өҙөлөп көткән ҡатындарын, ата-әсәләрен, сабыйҙарын, туғандарын, яҡташтарын зар илатып, тыуған тупрағына, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәйет булып ҡайталар. Әҫәр геройына ла ауылына имен-аман ҡайтырға насип булмай: бер автобус балаларҙы ҡотҡарып, күпме яуҙаш иптәштәрен һаҡлап алып ҡалып, бихисап неофашисты, илебеҙҙе юҡ итергә яҫҡынған илбаҫарҙы юҡ итеп, мәкерле дошман ҡулынан батырҙарса һәләк була. «Батыр булып тыумайҙар, батыр булып үләләр!» – тигән уҡытыусыһының һүҙҙәрен «Лев» ғүмеренең һуңғы минуттарында юҡҡа иҫкә төшөрмәгәндер.
Әҫәр бына ошондай күңелһеҙ ваҡиға менән тамамлана. Автор махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы образын бөгөнгө реаль тормоштан алғаны күренеп тора. Ир-егеттәребеҙҙе юғалтып торабыҙ, матәм митингылары үткәреү, яугир яҡташтарыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатыу саралары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әленән-әле булып тора. Матбуғат биттәренән дә был ҡайғылы хәбәрҙәр төшөп ҡалғаны юҡ. «Геройҙар ваҡыты» хикәйәһе, автор әйтеүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм унда ҡаһарманлыҡ күрһәтеп һәләк булған яугирҙарға арнала. Ил һаҡсыларыбыҙ хөрмәткә, ихтирамға, данға лайыҡ, ә уларҙың яҡындарын иғтибарыбыҙҙан ситтә ҡалдырмау беҙҙең изге бурыс. Батыр яҡташтарыбыҙ тураһында яҙыласаҡ әҫәрҙәр булыр әле. Яу уты тыныр, еңеү менән һалдаттарыбыҙ тыуған яҡтарына ҡайтыр. Ил именлеге өсөн башын һалған ир-егеттәребеҙҙең рухы, исеме беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге ҡалыр.
Ильяс ТАКАЛОВ.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас