Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар , 12:17

Медицина кластары асыла

Төп маҡсат – табип һөнәренә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү һәм кадрҙар әҙерләү.

Медицина кластары асыла
Медицина кластары асыла

Арғаяш районында медицина кластары асыла. Проект тураһында Арғаяш районы етәкселеге һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты вәкилдәре менән осрашыу барышында фекер алыштылар. Бындай эш Башҡортостандан ситтә, төбәк-ара хеҙмәттәшлек сиктәрендә, тәүгә ойошторола.

Төп маҡсат – табип һөнәренә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү һәм кадрҙар резервы булдырыу. Профилле уҡытыу маҡсатында химия, биология, физика һәм генетика дәрестәрен республиканың медицина университеты уҡытыусылары дистанцион рәүештә алып барасаҡ.

«Медицина кластарының Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙы һәм юғары мәктәпте ойоштороусы, Арғаяш районының Мәтәле ауылында тыуып үҫкән, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Башҡорт дәүләт медицина институтының элекке ректоры Зәйнулла Ихсановтың тыуған төйәгендә асылыуы символик мәғәнәгә эйә һәм бик мөһим.

Юғары уҡыу йорто ректоры Валентин Павловҡа һәм район башлығы Игорь Ишимовҡа проектҡа ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерәм», – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: