Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль , 09:27

Баймаҡта Башҡортостандың күренекле дәүләт эшмәкәренә бюст ҡуйылды

4 февралдә Баймаҡта Башҡортостандың күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Зәкәриә Шәрәфетдин улы Аҡназаровҡа бюст асылды. Һын Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы алдындағы майҙанда урынлашҡан. Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Бюст авторы – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, скульптор Хәниф Хәбибрахманов.

– Бөгөн Баймаҡ районы һәм дөйөм алғанда ҙур республикабыҙ өсөн иҫтәлекле көн. Беҙ бик сағыу шәхес, Башҡортостандың һоҡланғыс улы Зәкәриә Шәрәфетдин улы Аҡназаровты хөрмәтләп иҫкә алабыҙ. Ул бик күркәм яҙмышлы кеше булды. Сирек быуат тиерлек, 1962 йылдан 1986 йылға тиклем, Башҡорт АССР-ының Министрҙар советын етәкләне. Был осор республикабыҙҙың Рәсәйҙең алдынғы ауыл хужалығы, сәнәғәт төбәге булараҡ формалашыуының иң ҡатмарлы йылдарына тура килде. Был ваҡытта ҡатмарлы ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк ине, идара итеү һәләте, гражданлыҡ, кешелекле батырлыҡ талап ителде, – тине Радий Хәбиров. – Колледж етәкселегенә уҡыу йортона Аҡназаров Зәкәриә Шәрәфетдин улы исемен биреү инициативаһы өсөн рәхмәт белдерәм. Бындай күренекле кешеләр тураһындағы хәтерҙе һаҡлау бик мөһим. Уларҙың нисек йәшәгәнен, эшләгәнен һәм төҙөгәнен белеү беҙҙе көслөрәк итә, йәштәребеҙҙе рухландыра. Был бюст авторҙарына, Зәкәриә Шәрәфетдин улының туғандарына, яҡындарына һәм улдарына был идеяны хуплауҙары өсөн рәхмәтлемен. Барығыҙҙы ла ошо ваҡиға менән ҡотлайым!

Дәүләт эшмәкәренең улы Фәнил Аҡназаров атаһы Зәкәриә Шәрәфетдин улына ҡуйылған бюст өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Атайым күренекле шәхес булды. Үҙ эшендә ул мәғарифҡа ла, сәнәғәткә лә, ауыл хужалығына ла ҙур иғтибар бүлде. Әммә беҙгә, биш улына ла, ваҡыт таба ине, – тине Фәнил Аҡназаров. – Республика етәкселегенә һәм шәхсән Һеҙгә, Радий Фәрит улы, атайымдың исемен Башҡортостандың алдынғы колледждарының береһенә биреп, яҡты исемен мәңгеләштереүегеҙ өсөн рәхмәт.

Тантана һуңында төбәк Башлығы Зәкәриә Аҡназаровтың бюсына сәскәләр һалды һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Белешмә:

Аҡназаров Зәкәриә Шәрәфетдин улы 1924 йылдың 22 авгусында БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Ямаш утарында (хәҙерге Баймаҡ районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Темәс педагогия училищеһын тамамлай. 1941 йылдан 1942 йылға тиклем Баймаҡ районының Мырҙай башланғыс мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1942 йылдың 22 авгусында армия сафына алына, Өфөлә уҡыу полкында бүлек командиры һәм взвод командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә.

Һуғыштан һуң Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын һәм Советтар Союзының Коммунистар партияһы Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһын тамамлай. 1946 йылдан – ВЛКСМ-дың Баймаҡ район комитетының икенсе секретары, 1948 – 1954 йылдарҙа инструктор, бүлек мөдире урынбаҫары, секретарь, икенсе секретарь, ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары вазифаларын башҡара. 1954 – 1962 йылдарҙа – Советтар Союзының Коммунистар партияһы Башҡортостан өлкә комитетының партия органдары бүлеге мөдире.

1962 йылдың февраленән 1986 йылдың ғинуарына тиклем – Башҡорт АССР-ы Министрҙар советы Рәйесе.

Башҡорт АССР-ы Юғары Советының 6-9 саҡырылыш Милләттәр Советы депутаты (1962 – 1978). РСФСР Юғары Советы һәм Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты. Өфө, Баймаҡ һәм Баймаҡ районының почетлы гражданины.

2000 йылдың 2 апрелендә Өфөлә вафат була.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: