Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Новости
8 Февраль 2025, 16:05

Бүлмә гөлдәрендә йыш ҡына ваҡ себен барлыҡҡа килеп аптырата

Күп улар осраҡта һатып алынған гөл йә тупраҡ менән килә. Был бөжәктән ҡотолор өсөн кәрәкле мәғлүмәт ошо яҙмала

Бүлмә гөлдәрендә йыш ҡына ваҡ себен барлыҡҡа килеп аптыратаБүлмә гөлдәрендә йыш ҡына ваҡ себен барлыҡҡа килеп аптырата
Бүлмә гөлдәрендә йыш ҡына ваҡ себен барлыҡҡа килеп аптырата

Ғәҙәттә ул гөлдәр өсөн зыянһыҙ, әммә осоп йөрөп маҙаға тейәсәк, ишәйеп китергә лә аптырамаҫ.

Күптәрегеҙгә был хәл таныштыр. Гөл тупрағына көкөртө менән аҫҡа 5 бөртөк шырпы төртөп ҡуйығыҙ. Тәүлек һайын шырпы бөртөктәрен алмаштырығыҙ.

Шулай уҡ “Звездочка” бальзамын гөл һауытының ситенә һөртөп ҡуйһағыҙ, бөжәктәр юҡҡа сығыр.

Тағы бер ысул – лимон, әфлисун ҡабыҡтарын гөл һауыты тирәләй һалырға, әҙерәген тупрағына күмергә кәрәк.

Бөжәктәр гөл төбөнә көл һалғанды ла яратмай. Улар шунда уҡ юҡҡа сығыр.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас