Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
12 Февраль 2025, 11:45

Яҙ ниндәй булыр?

Башҡортостанда быйылғы ҡыш үҙ көсөн артыҡ «күрһәтмәне» тиерлек... Ә яҙ ниндәй булыр?

Яҙ ниндәй булыр?Яҙ ниндәй булыр?
Яҙ ниндәй булыр?

Рәсәй Гидрометүҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд иҫәпләүенсә, быйыл март йылы була, ҡар аҙ яуыуы арҡаһында яҙҙың иртәрәк килеүе ихтимал.Ҡар күп яуғанда ҡояш энергияһы уны иретеү өсөн тотонола. Ә аҙ булғанда – ҡояш һауаны йылыта. Февралдә бер аҙ ҡар яуыуы күҙаллана, шулай ҙа яуым-төшөм норманан аҙыраҡ буласаҡ. Яҙ башында йылы торасаҡ.

Мартта уртаса һыуыҡтар килеүе ихтимал, әммә норма сиктәрендә. Яҙҙың тәүге айында ла һауа температураһы норманан бер нисә градусҡа йылыраҡ була, тип күҙаллайҙар. Аномаль йылы ҡыш иртә яҙға талғын күсә һәм эстафетаны уртаса йәйгә тапшыра, тип иҫәпләй ғалимдар.

Мәғлүмәт асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

Автор фотолары.

Автор:Айсылу Тулябаева
Читайте нас