Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
28 Февраль 2025, 01:09

Иртәгә изге Рамаҙан айы башлана

Ураҙа тотоусылар өсөн намаҙ ваҡыты...

Иртәгә изге Рамаҙан айы башланаИртәгә изге Рамаҙан айы башлана
Иртәгә изге Рамаҙан айы башлана

“Рамаҙан – бөйөк ай. Был айҙа Йәннәт ишектәре асылыр, ә Йәһәннәм ишектәре ябылыр. Шайтандар бығауға ултыртылыр, һәм яманлыҡ эшләй алмаҫтар.

Фәрештәләр һәр кис саҡырырҙар: “Эй, изгелек теләүселәр, күберәк ғәмәлдәр ҡылығыҙ! Эй, яман ғәмәлдәр теләүселәр, был уйығыҙҙан баш тартығыҙ, боҙоҡлоғоғоҙҙо кәметегеҙ!” – тигән Мөхәммәд (саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм). Ул шулай уҡ әйткән: ”Ҡәҙерле һәм бөйөк Аллаһ әйткән: “Әҙәм балаһының бөтә эштәре лә үҙе өсөн (эшләнә), ураҙанан башҡаһы, ысынында, ураҙаны Минең өсөн генә (тоталар), һәм Мин тулыһы менән бүләкләрмен”.

“Ураҙа тотоусының ике шатлығы булыр: ауыҙ асҡанда һәм Раббыһы менән осрашҡас, бүләкләнгәндә”.

Ураҙа тотоусы бүләген (әжер-сауабын) тулыһы менән аласаҡ, ә ул шундай булыр, уны хатта күҙ алдына килтереп тә, иҫәпләп сығарып та булмаҫ: “Кешеләр белмәй, улар эшләгән өсөн бүләк итеп ниндәй рәхәтлектәр йәшерелгәнен”, “Ысынында, сабырҙар үҙҙәренең бүләген тулыһы менән һәм иҫәпһеҙ алырҙар”, – ти Аллаһы Тәғәлә. Ураҙа тотоусының быға хаҡы бар, сөнки ул ураҙаны бер Аллаһ өсөн генә тота.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас