Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Новости
3 Март 2025, 10:37

Волейбол буйынса Урал аръяғы беренселеге үтте.

28 февраль Сибай ҡалаһында ҡыҙҙар араһында волейбол буйынса Урал аръяғы беренселеге үтте.

Волейбол буйынса Урал аръяғы беренселеге үтте.Волейбол буйынса Урал аръяғы беренселеге үтте.
Волейбол буйынса Урал аръяғы беренселеге үтте.

Ярышта ете команда: Сибай педагогия колледжының беренсе курс студенттары һәм Сибай ҡалаһының Н.М.Гордеев исемендәге балалар ижады үҙәге йыйылма командалары, Баймаҡ ҡалаһының 5 -се мәктәбе, Әбйәлил районы Ишҡол һәм Красная Башкирия ауылдары, Йылайырҙағы «Либеро” һәм Юлдыбайҙың “Феникс” волейбол клубы тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты.

Чемпион исеменә ярыштар ике майҙансыҡта бик ҡыҙыу һәм  көсөргәнешле барҙы. Ярышта ҡатнашҡан һәр команда юғары әҙерлек кимәлен, команда эшен һәм еңеүгә ынтылышын оҫта күрһәтә алды. Көн дауамында һуҙылған ярыштар һөҙөмтәләре буйынса: 1-се, 2-се урындарҙы Сибай ҡалаһының Н.М.Гордеев исемендәге балалар ижады үҙәге, Юлдыбай ауылының “Феникс” волейбол клубы командалары яуланы. Йылайырҙың “Либеро” волейбол клубы тәрбиәләнеүселәре 3-сө урынға сыҡты.

Номинацияларҙа: “Иң яҡшы һөжүмсе”, тип “Либеро” волейбол клубы тәрбиәләнеүсеһе Арина Кучина, “Иң яҡшы бәйләүсе”, тип Юлдыбайҙың  “Феникс” волейбол клубы тәрбиәләнеүсеһе Элина Ҡорбанғәлиева табылды.

Ҡыҙҙарҙы һәм уларҙың тренерҙарын еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм артабанғы уңыштар теләйбеҙ.

Волейбол буйынса Урал аръяғы беренселеге үтте.
Волейбол буйынса Урал аръяғы беренселеге үтте.
Волейбол буйынса Урал аръяғы беренселеге үтте.
Волейбол буйынса Урал аръяғы беренселеге үтте.
Автор:Розалия Такалова
Читайте нас