Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
5 Март 2025, 05:30

Фитыр саҙаҡаһын ҡасан һәм нисек бирергә?

Башҡортостан республикаһы мосолмандары Үҙәк Диниә Назараты рәйесе - мөфтөй  Айнур хәҙрәт Биргалиндын фәтүәһе.

Фитыр саҙаҡаһын ҡасан һәм нисек бирергә?Фитыр саҙаҡаһын ҡасан һәм нисек бирергә?
Фитыр саҙаҡаһын ҡасан һәм нисек бирергә?

Закятуль-фитр (фитр-саҙаҡа) – Рамаҙан айында һәр мосолман бирергә тейешле мотлаҡ саҙаҡа. Ул ураҙа тотҡан кешенең ураҙа ваҡытында ихтимал булған хата-гөнаһтарын таҙарта һәм Ураҙа байрамы көнөндә мохтаждарға ярҙам булараҡ хеҙмәт итә.

Кемгә түләнә?

Закятуль-фитр ярлыларға, мохтаждарға һәм даими килем сығанағы булмаған кешеләргә бирелә.

Нисә сумма түләнә?

Мөлкәт күләме төп аҙыҡ-түлек хаҡы (бойҙай, арпа, хөрмә, йөҙөм) нигеҙендә иҫәпләнә.

Кәрәк-ярағы аҙ булған кешеләр өсөн – 200 һум

Урта һәм юғары килемле кешеләр өсөн – 200-1100 һум, мохтаждарға ярҙам итергә теләккә ҡарап.

Закятуль-фитр байрам намаҙына тиклем түләнергә тейеш. Әгәр ваҡытында түләп өлгөрмәгән булһағыҙ, уны һуңыраҡ та түләргә кәрәк, сөнки был бурыс кеше өҫтөндә ҡала.

Фидия: ураҙа ҡазаһын ҡаплау өсөн түләү. Фидия – Рамаҙанда ураҙа тотоу мөмкинлеге булмаған (ололар, хроник ауырыуҙар) кешеләр өсөн уның ҡазаһын ҡаплау өсөн түләү. Әгәр кеше ураҙаны һуңынан тота алмаһа, ул фидия бирергә бурыслы.

Кемгә түләнә?

Фидия ярлы һәм мохтаж кешеләргә аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү өсөн бирелә.

Нисә сумма түләнә?

Бер көнгә бер кешенең туҡланыу хаҡы иҫәпкә алына.

Кереме булған кешеләр өсөн – 400 һум һәр үткән көн өсөн

Финанс мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн – 200 һум, исламдың еңеллек биреү принцибына ярашлы.

Фидия – мохтаждарҙы ярҙам итеүҙен һәм Аллаһы Тәғәлә алдында үҙ дини бурысынды үтәүҙең бер юлы.

Йылайыр районы имам-мөхтәсибе Венер хәҙрәт Шәрипов.

Автор:Айсылу Тулябаева
Читайте нас