+21 °С
Болотло
Башҡортостанда ҡайһы бер юлдарҙа барлыҡ транспорт өсөн хәрәкәт ябылды. Республиканың юл хужалығы идаралығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәттәренән хәбәр итеүҙәренсә, был һыу ташыуға бәйле.
Бына ошо автомобиль юлдары участкаларында хәрәкәт ябыҡ:
Белорет районында – Үрге Әүжән менән Исмаҡай араһында,
Күгәрсен районында – Иҫке Собханғол-Мораҡ юлында (Бөрйән районы сигенән Бикбулат ауылы боролошона тиклем).
Ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу өсөн берҙәм телефон – 112.
Тәүлек әйләнәһенә эшләгән диспетчер хеҙмәттәре: «Башкиравтодор»;
8-927-950-59-59, юл хужалығы идаралығы: 8-927-955-11-00.