Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Новости
20 Март 2025, 12:52

Бер йыл элек юғалған Дамир Әҙеһәмов тураһында Мәскәү күрәҙәселәре нимә тигән?

Тулыраҡ сайтта уҡығыҙ!

Бер йыл элек юғалған Дамир Әҙеһәмов тураһында Мәскәү күрәҙәселәре нимә тигән?Бер йыл элек юғалған Дамир Әҙеһәмов тураһында Мәскәү күрәҙәселәре нимә тигән?
Бер йыл элек юғалған Дамир Әҙеһәмов тураһында Мәскәү күрәҙәселәре нимә тигән?

Шаран районына килгән Мәскәү күрәҙәселәребер йыл элек юғалған Дамирҙың әсәһе менән күрешкән. Тик билдәһеҙ сәбәптәр менән бөтә Рәсәй менән эҙләгән малайҙың әсәһенән күрәҙәсенең береһе ҡаса. Әсәй кеше яуҙырғанһорауҙарҙы ла тыңлап бөтмәй ул.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың яҙында Башҡортостанды оло фажиғә тетрәндерҙе. 13 һәм 14 йәшлек ике бала Шафиев урамындағы «Чайка» балалар лагеры территорияһында йөрөргә сыға. Тик шунан бирле уларҙан хәбәр булмай.  Ирекмәндәр, махсус эҙләү ойошмалары эҙләү ойоштора, әммә һөҙөмтәлә үҫмерҙәрҙең әйберҙәре генә табыла. Балаларҙы эҙләргә хатта башҡа ҡалаларҙан да ирекмәндәр килә.

Ике айҙан һуң, май айында, малайҙарҙың береһенең кәүҙәһе табыла. Икенсеһен – Дамир Әҙеһәмовты, әлегә тиклем таба алмайҙар. Ул да һәләк булған тип фараз ителә.

Дамирҙың әсәһе "ufa1.ru" хәбәрселәренә һөйләүенсә, малайҙың атаһы улын эҙләгән осорҙа ҡайғыларын күтәрә алмай вафат була.

 

Ауыр юғалтыуҙарҙан түҙә алмаған әсәгә яҡшы кешеләр "Битва экстрасенсов" тапшырыуына мөрәжәғәт итеп, бер нисә күрәҙәсене Башҡортостанға саҡырырға ярҙам итә.

Әле күрәҙәселәр үҙ эшен дауам итә...

Интернет селтәрҙәрендә күҙәтеп барабыҙ...

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас