Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
20 Март 2025, 04:40

Ҡомалаҡ әсеткеһе әҙерләйбеҙ

Эх тәмле лә бит өй әсеткеһенән бешкән икмәк...

Ҡомалаҡ әсеткеһе әҙерләйбеҙҠомалаҡ әсеткеһе әҙерләйбеҙ
Ҡомалаҡ әсеткеһе әҙерләйбеҙ

3 литр һыу ҡайнап сыҡҡас ҡомалаҡтың һабағын, тағын берҙе сәскәһен һалығыҙ.
Ошо массаны талғын утта бешерегеҙ, 40 минут тирәһе.
Эргәһенән китмәй болғатып тороу мөһим. Өҫкә сыҡҡан ҡомалаҡтарын аҫҡа һалырға кәрәк.
Һуңынан һөҙөп алаһығыҙ, газда ултырған килеш әҙер массаға яйлап ҡына он төшөрөп болғатаһығыҙ. Сама менән. Булҡа кеүек булһа, тимәк яҡшы.
Ошо әҙерләгән массаны йылымысланғанын көтәһең һәм әсетке һалып баш әсетәһегеҙ һәм төрөп ултыртаһығыҙ. Тик йылымыс булғанда ғына һалырға кәрәк. Һуңынан ул ҡалҡып сығырға тейеш, унда инде болғатып ебәрегеҙ. Һуңынан әсеткегеҙ әҙер тигәнде аңлата.

Һеҙ нисек әҙерләйһегеҙ, дуҫтар?

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас