+21 °С
Болотло
Радий Хәбиров «Динамо» физик культура-спорт йәмғиәтенең төбәк йәмәғәт ойошмаһын 100 йыллыҡ юбилейы менән тәбрикләне. Башҡортостанда «Динамо» спортсылар хәрәкәте 1925 йылда барлыҡҡа килә.
Ул ваҡытта йәмәғәт ойошмаһы 125 кешене берләштерә. Хәҙер иһә «Динамо» - тиҫтәләгән спорт түңәрәктәре, йөҙәрләгән спорт мастерҙары һәм чемпиондар.
Тантаналы йыйылышта республика башлығы уларҙың иң-иңдәренә дәүләт наградалары, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.