+24 °С
Ямғыр
26 апрелдә сәғәт 11-ҙә Башҡортостан юлдаш телевидениенда тура эфир башлана. Йылдағыса өс вариантта – башҡорт телен башлап өйрәнеүселәр, яҡшы белеүселәр һәм төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәр өсөн текстар тәҡдим ителәсәк. Темалар: Ватанды һаҡлаусылар, Бөйөк Ватан һуғышында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, тыныслыҡ һәм берҙәмлек. Башҡорт теленән диктантты, ғәҙәттәгесә, ике төрлө яҙып була: онлайн һәм офлайн вариантта.