

Район администрацияһында махсус хәрби операция зонаһында йөрөүсе ир-егеттәргә ярҙам иткән ирекмәндәребеҙҙе тәбрикләү тантанаһы үтте. Ирекмәнлек бөгөнгө көндә социаль күренешкә әйләнгән күмәк хәрәкәт ойошмаһына әйләнеп бара. Ысынлап та уларҙың ярҙамы бик ҙур, яуҙа йөрөгән батырҙарыбыҙға кәрәкле әйберҙәр эшләү, һатып алыу, аҙыҡ-түлек менән ярҙам итеү һәм егеттәрҙең яҡындарына, ғаиләләренә ярҙам итәләр.
Үткән аҙнаның бер көнөндә район хакимиәтендә осрашыу үтте. Яугирҙәребеҙ хеҙмәт иткән бер часттың командиры исеменән «Терминал» позывнойлы яҡташыбыҙ һәр ярҙам ҡулы һуҙыусы ирекмәнгә рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе һәм бер төркөм ирекмәндәргә тантаналы шарттарҙа Почет грамоталары менән миҙалдар тапшырҙы. Шулай итеп, беренселәрҙән булып был билдәләргә район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов, Йылайыр ауыл биләмәһе башлығы Александр Годуленко, «Преображенск» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге етәксеһе Ғәлиә Солтанова, шәхси эшҡыуарҙар Евгений Каплин менән Урал Дәүләтбирҙин лайыҡ булды. Хәрби позывнойлы яугиребеҙ бүләкләнеүселәрҙең хеҙмәтен юғары баһаланы һәм уларҙың тырышлығы өсөн рәхмәт белдерҙе.
Был наградалар яугир-яҡташтарыбыҙға ярҙам итеүҙе ойошторған һәм тыуған ил мәнфәғәте өсөн эшләгән ҙур команданың ныҡлы булыуын раҫлай һәм көслөрәк булырыбыҙға ышанысты арттыра.
Фото район хакимиәтенең «Бәйләнештә»ге төркөмөнән алынды.