

Уларҙың күбеһе кешегә ҙур зыян һала. Шундай ҡурҡыныс бөжәктәрҙең береһе - урман бете. Талпан энцефалиты тип аталған, үҙәк нерв системаһын зарарлаусы ҡурҡыныс ауырыуҙы нәҡ бына шул талпан килтереп сығара ла инде. Тәбиғәт үҙенең матурлығы менән йәлеп итһә лә, һаҡланыу саралары тураһында оноторға ярамай. Сөнки был осорҙа урмандарҙа, парктарҙа талпан айырыуса күп була.
Урман талпаны яҙғы-йәйге талпан энцефалитын килтереп сығара. Был инфекция - кешегә вирус эләгеү нәтижәһендә барлыҡҡа килеүсе, арҡа һәм баш мейеһен зарарлаусы ауырыу. Ул ғәҙәттә яҙын йәки йәй көнө, һирәк көҙөн осрай. Талпандар апрель аҙағында, май, июнь айҙарында агрессив була. Яҙғы-йәйге энцефалитты йоҡтороу урындары булып япраҡлы ағастар үҫеүсе ҡарт урмандар тора.