

Байрамдың һәр өлөшө ныҡлы уйланылған ине. Ә ниәттәрҙең иң мөһиме – бөгөнгө ауыр ваҡиғаларҙан аҙға ғына булһа ла арынып, илебеҙгә тыныслыҡ теләп Ҡорбан салдырыу, балҡып ултырған ауыл мәсетендә аяттар бағышлау ине.
Ҡыҙҙарҙы ауылға ингән урында милли кейемдәрҙә, матур сығыштар менән байғужаның уңған килендәре, еңгәйҙәре ҡаршы алды. Һағыныуҙарға тулы осрашыу минуттарынан һағышлы ла, бер аҙ моңһоу ҙа кисерештәр алған ҡыҙҙар шатлыҡ тулы күҙ йәштәре менән, ҡосаҡлаша-ҡосаҡлаша, аралашты... Эйе, ысынлап та күңелдәр тулып китте...
Сараның киләһе өлөшөндә байрамға килеүсе Байғужа ҡыҙҙарының шәп бүләге – «Мин яратам – Байғужа» стелаһын асыу тантанаһы үтте. Яратҡан ауылында ошондай иҫтәлекле урын, арт-объект булдырыу ҡыҙҙарҙың күптәнге хыялы булған һәм ниһәйәт тормошҡа ашты. Уны әҙерләп биреүсе Байғужа кейәүҙәренә ауыл халҡы һәм ҡыҙҙары оло рәхмәттәрен еткерә. Стеланың эргәһендә заманса йыһаҙландырылған матур беседка ла урынлашҡан. Был идеяны Рита Тусалина нәҡ ошо байрам хөрмәтенә булдырған, Байғужа ҡыҙына спонсорлыҡ ярҙамы өсөн рәхмәт, ти ауылдаштары.
Йылы аралашыуҙар, күңелле минуттар менән үрелеп башланып киткән сара ауылдың иң бейек урынында урынлашҡан мәсеткә барып, үтәсәк байрамға фатихалар алып, әрүәхтәргә аят бағышлау һәм клуб янындағы обелискка сәскә һалыу менән дауам итте. Шуныһы ҡыуаныслы, байрамға килгән һәр ҡыҙ – олоһо ла, кесеһе лә был ниәттәрҙе күтәреп алды һәм изге урынға ашҡынып торҙо. Дини йолаларҙы, уның нескәлектәрен бар яҡлап белеүсе, ауылдың һәр кемеһен ошо юлға әйҙәүсе дин әһеле, ошо ауылда тыуып үҫеп, әле лә уға тоғро ҡалған Разифа Азаматова аяттар бағышлап байрамдың мөбәрәк булыуын теләп изге ниәттәр ҡылды.
Байрамдың төп өлөшө ауыл янындағы матур аҡланда үтте. Матур биҙәлгән сәхнә, милли тирмә, оҫта ҡуллы апайҙарҙың сағыу ҡул эштәренән, аш-һыуҙарынан торған күргәҙмәләр ойошторолған ине. Ҡунаҡҡа ҡайтҡан ҡыҙҙар, ауылдың тотҡаһы, уның киләсәге, бөгөнгөһө булған ауылда төпләнеп ҡалған инәй-апайҙары, килен-еңгәйҙәре өсөн һығылып торған өҫтәлдәр әҙерләнгән ине. Сараны алып барыусылар сәхнәлә барған һәр осрашыуҙы, йыр-бейеүҙе, уйындарҙы күңелгә ятырлыҡ итеп еткерә алды. Байрамды ойоштороусы Байғужа ҡыҙҙары яҡташтарына ауылда тыуып үҫеп, ауыл мәктәбендә белем алып, хис тойғоларға бай булған йәшлек йылдарының иҫтәлектәренә таянып матур сәхнәләштереү аша һәр ҡыҙҙың йөрәк түренә үтеп инә алды.
Был көндө районыбыҙ хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедовтың һәм Үрге Ғәле ауыл биләмәһе башлығы Васил Йәүҙәт улы Игибаевтың бергә булыуы байрамға йәм өҫтәне. Район хакимиәте башлығы ҡулынан күп балалы әсәләр – Сәбихә Байғужина, Шәмсениса Дәүләтсурина, Гөлназ Буранғолова һәм байғужаға иң күп ҡыҙ бүләк итеүсе ауыл килене Фәрзәнә Солтанова Рәхмәт хаты һәм матур гөлләмә алды. Ауыл биләмәһе башлығы ауылға тоғро булған, бөгөнгө көндә унда төпләнеп, матур донъя көткән һәр Байғужа ҡыҙына, шулай уҡ «Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға» байрамына спонсорлыҡ ярҙам күрһәткән һәр кемгә Йылайыр районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлсәсәк Садиҡ ҡыҙы Иғдәүләтова исеменән һәм үҙе исеменән матур сараны ойоштороусы комиссия ағзаларына Рәхмәт хаттары, был сараны үткәреүгә башланғыс һалған Райхан Юлгилдинаға сәскә гөлләмәһе тапшырҙы.
Был осрашыуға ошо ауылда буй еткергән яҙыусы, журналист, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты Фәрзәнә Аҡбулатова һәм уның бер туғаны Хәйбулла районының финанс мәсьәләләре буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары Альмира Шәйәхмәтова килгән ине. Ошондай мәртәбәле ҡунаҡтар байрамға килеүсе ҡыҙҙарға матур теләктәрен еткерҙе, бүләктәрен дә бирҙе.
Байрам йыр-моңға ташып торған концерт программаһы һәм төрлө уйындар менән оҙатылып барҙы һәм ойошҡанлы ла, фәһемле лә үтеүе менән ҡыуандырҙы. Төрлө йылдарҙа тыуған ауыл ҡыҙҙары сәхнә түренә саҡырылды һәм үҙҙәренә тәғәйен бүләктәрен изге теләктәр менән ҡабул итте. Байрамға ниәтләп алып килгән музыкаль күстәнәстәрен дә еткерҙе улар. Ауылдың иң оло ҡыҙҙары, хәҙер инде улар оло быуын вәкилдәре булған ағинәйҙәр ҙә, иң кесе ҡыҙы ла айырым билдәләнде. Әлеге мәлдә махсус хәрби операцияһында йөрөүсе егеттәребеҙҙең, ҡыҙғанысҡа ҡаршы батырҙарса һәләк булған яугирҙәребеҙҙең дә ата-әсәләрен, туғандарын хөрмәтләү сараның бер өлөшө булды. Донъяларыбыҙ тынысланып, күгебеҙ аяҙ булыуын теләп уларға бүләктәр тапшырылды.
Йәмле осрашыу нәҡ ошо ҡыҙҙар, еңгәйҙәр өсөн әҙерләнгән өҫтәл артында дауам итте, ҡунаҡтар Байғужа ауылы ҡыҙҙары Мәүрә Бикбова, Райхана Юлгилдина, Миңзәлә Шайнурова, Тәнзилә Таһирова, Лилиә Солтанова, Гөлнара Атанғолова, Зилара Бикбова, Рәхимә Мортаева һәм Байғужа килене Миңһылыу Солтановаларҙың изге ниәттәре менән салдырылған ҡорбан аштарынан ауыҙ итте.
Ғөмүмән әйткәндә байрам бик шәп үтте һәм ысын мәғәнәһендә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ойоштороу эшен еренә еткереп башҡарған ҡыҙҙар, ауылды матурлауға ҙур өлөш индергән һәр кеше, спонсорлыҡ ярҙам иткән һәр быуын вәкиле сараға бик мул көс һалыуы күренеп тора.
Унда ҡатнашыусы ҡыҙҙарға, апайҙарға, еңгәйҙәргә һәм башҡаларға ошондай осрашыуҙарҙың күп булыуын, һуңғыһы булмауын теләйбеҙ!