Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
25 Июнь 2025, 11:37

Ҡыяр уңһын, тиһәгеҙ...

Ҡыяр – туҡландырыуға, тәрбиәгә бик талапсан йәшелсә. Улар тигеҙ  үҫһен, яҡшы уңыш бирһен, тиһәгеҙ, тейешенсә ҡарап, тәрбиәләп һәм туҡландырып торорға кәрәк.

Ҡыяр уңһын, тиһәгеҙ...Ҡыяр уңһын, тиһәгеҙ...
Ҡыяр уңһын, тиһәгеҙ...

Ҡыяр өсөн яҡшы күрше ролен укроп үтәй.

Ҡыяр һыу ярата икәнен барыбыҙ ҙа белә. Быны ул сәскә атҡанда һәм уңыш биргәндә онотмағыҙ. Әммә ул сәскә ата башлағанда һирәгәйтегеҙ, һуңынан күберәк ҡоя башлағыҙ. Уңышты тиҙерәк ала башларһығыҙ.

Эҫе көндәрҙә ҡыярға һыу ҡойоп ҡына ҡалмағыҙ, һиптертегеҙ ҙә. Ҡыяр һеркәһе 30 градустан һыуығыраҡ булһа, "үлә". Теплицаға һыулы мискә ултыртып ҡуйығыҙ.

Һауа температураһы үҙгәреүсән булһа, ҡыярҙың тәме үҙгәрә. Үтә һуҡҡан елде лә ул яратмай.

Ҡыяр сәскә атҡан ваҡытта көл менән туҡландыралар. 1 биҙрә һыуға 1 стакан көл һалып, бер тәүлек тоторға һәм һәр төпкә ярты  литр һибеп сығырға. Быны ике аҙна һайын ҡабатларға мөмкин.

Тағы ла кесерткән төнәтмәһе әҙерләргә кәрәк. Бының өсөн берәй һауытҡа кесерткән тултырып, йылы һыу ҡойоп,  әсетергә  кәрәк. Ферментация тиҙерәк барһын өсөн бер ус тупраҡ һәм 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо өҫтәргә ярай. Бер аҙнанан файҙалы “әсетке” әҙер була. Артабан 1 биҙрә һыуға 1 литр әҙер шыйыҡсаны  ҡушҡас,  болғап-болғап ҡыярҙарға һибергә кәрәк.

Автор:Айсылу Тулябаева
Читайте нас