Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
1 Июль 2025, 06:30

Өфөлә иң тәмле ҡымыҙҙы асыҡланылар

Башҡортостан ҡымыҙ етештереү буйынса алдынғы төбәк. Беҙҙә йыл һайын 3 мең тоннанан ашыу ҡымыҙ бешелә.

Йылҡы һаны буйынса республика Рәсәйҙә икенсе урынды биләй. Быйыл бәйгелә халҡыбыҙҙың шифалы эсемлеген үҙҙәре өсөн генә түгел, һатыуға етештереүсе 10 райондан 20-ләгән хужалыҡ ҡатнашты. Конкурстың төп маҡсаты – төбәктә йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙ эшләү традицияларын һаҡлау һәм башҡорт ҡымыҙы брендын танытыу эшен киңерәк йәйелдереү. Ҡымыҙсылар һәм баһалама ағзалары менән хеҙмәттәшем Сәлимә Исламова аралашты.

Ҡул менән һауып эшләнгән ҡымыҙ тәмлерәк. Әбйәлил районының Ҡырҡты буйында урынлашҡан фермер хужалығында 100-гә яҡын йылҡы малы. Өс тиҫтә бейәнән көнөнә 130-литр ҡымыҙ етештерелә. Конкурсҡа улар традицион ҡымыҙ менән бергә, ыҫланған һәм үлән тәмләткестәр менән байытылған эсемлек тәҡдим итә.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас