Кушнаренко баҫыуҙарында химик утау менән шөғөлләнгән пилотһыҙ осоу аппараты сәғәтенә 30 саҡрым тиҙлек менән хәрәкәт итиә. Ярауай культуралар араларын эшкәртеү тәртибе хайран ҡалдырырлыҡ күренеш.
Дрондарҙы трактор менән сағыштырырға ярамай. Техника тәгәрмәсе шытып сыҡҡан арыш-бойҙайҙы тапаһа, бындай аппарат ергә бөтөнләй төшмәй. Икенсенән яғыулыҡ-майлау материалдарына аҡса аҙыраҡ китә.
Шулай ҙа, юғары технологиялар үҙаллы эшләй алмай. Операторҙың төп бурысы – осош барышын, эшкәртеүҙең теүәллеген күҙәтеү
Уңыштар менән етешһеҙлектәрҙе лә атарға кәрәк. Бөгөн пилотһыҙ осоу аппаратын менән идара итеүсе операторҙар аҙ. Был хужалыҡ тик үҙ баҫыуҙарын ғына тәрбиәләй ала. Башҡа копперативтарға ярҙам барыу тураһында уйларға иртәрәк. Сәбәбе – икенсе аппарат менән эшләй белеүсе юҡ.