Бөгөн, 2 июлдә, Өфөләге “Торатау” конгресс-холында XIII Бөтә Рәсәй Йәш ғалимдар советы һәм Студент фәнни берләшмәләре съезы үҙ эшен башланы. “Традициялар тәрәнлегенән – технологиялар бейеклегенә тиклем” тип аталған сараға илдең төрлө төбәктәренән йәш ғалимдар, студенттар берләшмәләре әүҙемселәре, дәүләт ярҙамы алған йәш ғалимдар Рәсәй Президентының фән һәм инновациялар өлкәһендә йәш ғалимдар өсөн премияһы лауреаттары, фән, технологиялар һәм юғары белем биреү өлкәһендә идара итеү кадрҙары резервын үҫтереү программаһын тамамлаусылар, йәштәрҙең төрлө ғилми берләшмәләре вәкилдәре йыйылды.
– 13-сө тапҡыр үткәрелгән ҙур сараның төп маҡсаты һәм бурысы – йәш ғалимдарға Рәсәйҙең фәнни-техник сәйәсәте нигеҙҙәре һәм яңылыҡтары тураһында мәғлүмәт еткереү, улар өсөн ниндәй өҫтөнлөклө йүнәлештәр, закондар сығарыу башланғыстары, ярҙам итеү ҡоралдары булыуы хаҡында хәбәр итеү. Ошонда ҡатнашҡан ғилми ойошмалар лидерҙары артабан был хаҡта үҙ төбәктәрендә һөйләйәсәк.
Икенсе бурысыбыҙ - йәш ғалимдарҙың идеяларын һәм инициативаларын бергә туплау. Беҙ, ойоштороусылар булараҡ, уларҙы йыйып, рәсмиләштерәсәкбеҙ, һәм беҙҙең бурыс — уларҙы артабан бөтә илгә таратыу, ил етәкселегенә еткереү.
Өсөнсө бурыс – йәш ғалимдар берләшмәләрен берләштереү. Бөгөн Рәсәйҙә улар меңгә яҡын. Улар аралашырға, үҙ-ара фекер уртаҡлашып эшләргә тейеш, сөнки бындай бәйләнештәр йыш ҡына ҡеүәтле фәнни һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкинлек бирә, - тип билдәләне ойоштороусылар исеменән “Курчатов институты” ғилми-тикшеренеү үҙәгенең мегасайенс проекттары буйынса директор урынбаҫары, РФ Президенты ҡарамағындағы Фән һәм юғары белем биреү буйынса советтың Фән һәм мәғариф өлкәләрендә йәштәр эштәре буйынса координация советы рәйесе Никита Марченков.
Өс көн дауам итәсәк сара барышында 50-нән ашыу майҙансыҡ эшләйәсәк.