Өфөләге “Торатау” конгресс-холында XIII Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни берләшмәләре советтары съезы үҙ эшен дауам итә. Йәш ғалимдар төрлө майҙансыҡтарҙа ойошторолған фекер алышыуҙарҙа, панель дискуссияларҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә әүҙем ҡатнаша.
“Фән һәм технологиялар ун йыллығы: бөтәһе өсөн дә инициативалар” панель дискуссияһында һүҙ Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан иғлан ителгән Фән һәм технологиялар ун йыллығы, унда билдәләнгән башланғыстар, проекттар һәм саралар тураһында барҙы.
– Ун йыллыҡтың төп маҡсаттары – йәштәрҙе фән һәм технологиялар өлкәһенә йәлеп итеү, тикшеренеүселәрҙе ил һәм йәмғиәт өсөн мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтеү һәм халыҡтың Рәсәй фәненең ҡаҙаныштары тураһында белемен арттырыу, – тип билдәләне РФ Фән һәм юғары белем биреү министрлығы Фәнни-технологик үҫеш өлкәһендә дәүләт сәйәсәте департаменты директоры урынбаҫары Али Асадов. Ул йәштәрҙе ун йыллыҡ сиктәрендә үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашырға, ул тәҡдим иткән мөмкинлектәр менән киң файҙаланырға саҡырҙы. Әйткәндәй, ун йыллыҡтың төп сараларының береһе һаналған Йәш ғалимдар конгресы быйыл ноябрҙә "Сириус" белем биреү үҙәгендә бишенсе тапҡыр үткәрелә.
Дискуссия майҙансығында сығыш яһаусылар Фән һәм технологиялар ун йыллығында билдәләнгән инициативалар тураһында ентекле мәғлүмәт бирҙе, уларға ярашлы эш алып барыусылар эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.