Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
2 Июль 2025, 19:26

Һәйкәл яңы төҫ аласаҡ

Яңы көс-ҡеүәт менән балҡы, геройыбыҙ Салауаттың һәйкәле! Беҙ һиңә мотлаҡ килербеҙ!

Һәйкәл яңы төҫ аласаҡҺәйкәл яңы төҫ аласаҡ
Һәйкәл яңы төҫ аласаҡ

Республикабыҙҙың милли йөҙөн сағылдырған, халыҡ ҡомартҡыһы булып торған тарихи урыныбыҙ, батырыбыҙ Салауатҡа арналған һәйкәл халҡыбыҙ йөрәгендә айырым урын биләй.

Ошо көндәрҙә уны яңыртыу буйынса эштәр башланды. Тарихи урындың «йәшәйеше» беҙҙең һәр кемебеҙҙе борсой. Шулай ҙа был һәйкәлдең артабанғы яҙмышы ҙур хәүеф менән янауы бөтәбеҙгә лә күптән билдәле.

Эйе, уның күп өлөшө ҙур ғына ремонт талап итә. Ә инде тарихи һәйкәлебеҙ яңы һулыш алғандан һуң үҙенең барлығы менән тағы ла күп йылдар беҙҙе ҡыуандырып, матурлығы менән һоҡландырыр тигән ҙур өмөттәр бағлайбыҙ! Һәйкәлде яңыртыу өсөн махсус проект Дәүләт федераль экспертизаһының ыңғай баһаһын алыуы республика халҡы өсөн оло ҡыуаныс.

Реставрация процесы бик ҡатмарлы. Ул хатта һәйкәлдең ҡайһы бер өлөштәрен алмаштырыуҙы күҙ уңында тота, сөнки улар тут арҡаһында яраҡһыҙ хәлгә килгән. Ремонт эштәре йыл ярым самаһы дауам итәсәк тип фаразлайҙар белгестәр.

 

ФЕКЕР

Зарина Бағышаева, шағирә, уҡытыусы. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге ағзаһы:

Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙан күптәрҙең эскерһеҙ йәшлеге, студент йылдары менән бәйле тылсымлы урын.

Был матур ер күптәрҙең күңелендә йылы хәтирәләр генә уята, тип уйлайым. Шуға күрә республикабыҙҙың ғорурлығы, визит карточкаһы булған милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың һәйкәле өр-яңы һулыш менән күркәмләнеп китергә тейеш. Был йәһәттән ремонт эштәренең башланыуы бик мөһим дә, кәрәк тә. Яңы көс-ҡеүәт менән балҡы, геройыбыҙ Салауаттың һәйкәле! Беҙ һиңә мотлаҡ килербеҙ!

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас