

Әҙерләү алымдары һәм серҙәре
Күләгәле урында япраҡтарҙы бер аҙ (6-12 сәғәт самаһы) һулытып алырға, япраҡтар үтә ныҡ кипмәҫкә тейеш. Артабан япраҡтарҙың һуты сыҡҡансы ыуырға, ваҡларға һәм быяла йәки эмалләнгән һауытҡа һалып, ҡараңғы һәм йылы урынға ферментларға ҡуйырға. Өҫтөнә берәй ауыр нәмә һалырға кәңәш ителә.
Ферментлау барышының ваҡытына сәйҙең төҫө, үҙенсәлеге бәйле. 5-6 сәғәт ферментланһа – йәшел сәй, оҙағыраҡ тотһаң – ҡыҙыл, тәүлектән ашыу ваҡыт үтһә, ҡара сәй килеп сыға. Артабан кемдер газ плитәһе өҫтөндә табала, икенселәр духовкала йәки мейестә (үтә ҡыҙыҡ булмаһын, яҡынса 80-100 градус эҫелек етә) киптереп ала. Аҙаҡ күгәрмәһен өсөн 3-4 көн асыҡ һауала ныҡлы киптерергә кәрәк.