Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
9 Июль 2025, 05:12

Район Советының сираттағы ултырышы

Үткән аҙнала район хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы 6-сы саҡырылыш муниципаль район Советының 9-сы ултырышы үтте.

Район Советының сираттағы ултырышыРайон Советының сираттағы ултырышы
Район Советының сираттағы ултырышы

Унда район хакимиәте башлығы Б.Н.Мелкоедов, район Советы рәйесе Г.В.Туленков, район прокуроры И.И.Ярмөхәмәтов, район Советы секретары А.М.Хазиев, депутаттар, район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, киң мәғлүмәт сараһы вәкиле ҡатнашты.
Көн тәртибенә «Йылайыр районы муниципаль районы Советы һәм хакимиәтенең муниципаль хеҙмәткәрҙәренә хеҙмәт хаҡы түләү һәм матди дәртләндереү тураһындағы Положениеһын раҫлау тураһында» һәм «Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы муниципаль районы Советы һәм хакимиәтен техник яҡтан тәьмин итеүсе хеҙмәткәрҙәргә хеҙмәт хаҡы түләү һәм матди дәртләндереү тураһында» 2018 йылдың 28 мартындағы 86-сы ҡарарға үҙгәрештәр индереү мәсьәләһе ҡаралды.
Ултырышта ҡатнашыусыларҙы барлыҡ һорауҙар менән район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Ф.А.Сарбаева таныштырҙы. Депутаттар тейешле ҡарарҙар ҡабул итте.
Йыйылыш аҙағында район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов депутаттар менән көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе.

София Серкова фотоһы.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас